Берләштерелгән металлургия компанияһы Благовещенда “Үҙ эшеңде башла” социаль эшҡыуарлыҡты үҫтереү программаһын башлау тураһында белдерҙе. Ул Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проектына ярашлы, Благовещен арматура заводы, Благовещен районы хакимиәте һәм “Минең бизнесым” үҙәге тарафынан тормошҡа ашырыла.
Программа өс блоктан тора. Унда еңеүселәр социаль проекттар акселераторына эләгә, тәжрибәле оҫталар бизнесты үҫтерергә ярҙам итәсәк. Стратегик сессияла ҡатнашыусыларҙы уҙған йылдарҙағы “Үҙ эшеңде башла” программаһы еңеүселәренең уңыштары менән таныштыралар, бизнес идеяларын тормошҡа ашырыу йәһәтенән булышлыҡ итәләр. Сара майҙансығында шулай уҡ “Социаль эшҡыуар бул!” белем биреү программаһында һәм “Үҙ эшеңде башла” социаль проекттар конкурсында ҡатнашыу мәсьәләһе буйынса консультациялар уҙғарыла.