Ҡомалаҡ икмәгенең тәме… Сәләмәтлек өсөн файҙалы, көн дә тәм ҡылған ризыҡ… Бала саҡтағы әсәйҙәр бешергән хуш еҫле әпәкәй…
Ишембай тарафтарына юл төшкәндә, “Ишей икмәге ҡомалаҡтан ғына яһала” тигән фекерҙе йыш ишетеп йөрөнөк. Был юлы Ишей ауылына барып етеп, Яхиндарҙың тәмле икмәк бешереү цехы менән танышырға булдыҡ. Бәхеткә, асыҡ йөҙлө, ихлас күңелле Венер Рәфҡәт улы беҙҙе үҙе ҡаршы алды. Тиҙҙән хәләл ефете Розалия Әмир ҡыҙы ла килеп етте.
Розалия менән Венер ошо ауылда тыуып үҫкән. Мәктәптә 19 йыл уҡытыусы булып эшләгән хәләл ефетенә Венер, 2002 йылда Себерҙә эшләүен туҡтатып, “үҙ эшебеҙҙе асырға кәрәк” тип, уртаҡ фекергә килеп, икмәкхана асырға ҡарар итәләр. Буш торған бинаны һатып алып, тулыһынса төҙөкләндергәс, эште 10 дана икмәк бешереүҙән башлайҙар.
Розалия әсәһе Рәшиҙә Замир ҡыҙының ҡомалаҡтан оҫта итеп икмәк бешереүен күреп үҫә. VIII кластан үҙе ҡалас һала башлай, сөнки тормош талап итә: әсәй көноҙоно эштә, балалар күп. Бына ошоно иҫләп, яҡташтарына сифатлы, һаулыҡ өсөн файҙалы ҡомалаҡ икмәге тәҡдим итергә булалар һәм сауаплы эшкә тотоналар. Йәй көндәрендә Һәләүек, Иҙел йылғалары буйынан 200-ләп тоҡ ҡомалаҡ йыйып киптерәләр. Яйлап сауҙа нөктәләре уларҙың эшмәкәрлеген баһалай башлай, ихтыяж арта. Бигерәк тә оло быуын вәкилдәре бала саҡ тәмен онотмаған, эҙләп алалар.
Хәҙер инде тәүлегенә ике мең ҡалас төрлө сауҙа нөктәләренә оҙатыла. 35 төрҙәге икмәк-булка ризыҡтарына һорау ҙур.
Иң мөһиме – тырыш ғаилә ауылдаштарын эшле иткән. Гөлшат Ниғмәтуллина, Оксана Фәхретдинова, Линара Жданова, Әлиә Кәримова оҫта бешереүсе булып дан алһа, шоферҙар аталы-уллы Миҙхәт менән Айнур Ғафаровтар бер нисә йыл рәттән ҡара таңдан икмәк ташыуҙа маһирҙар.
– Бәхетебеҙҙе тыуған яҡта таптыҡ. Тормошобоҙҙо башҡа ерҙә күҙ алдына ла килтермәйбеҙ. Матур ғаиләң, яныңда ысын дуҫтарың, яратҡан эшең, туғандарҙың терәген тойоу – ҙур шатлыҡ, – ти Яхиндар.
Өлгөлө ғаилә ике ҡыҙға ғүмер биргән. Алһыу Башҡортостан дәүләт медицина университетын тамамлап, хәҙер инде баш ҡалала косметолог булып эшләй, үҙ студияһын асыуға өлгәшкән. Гүзәлиә иһә юғары уҡыу йортонда белем алыуын дауам итә.
Розалия менән Венер Яхиндар – Ишембай районының ҡотон, данын арттырған, өлгөлө, тырыш ғаилә. Оло йәштәге әсәләрен ҡыуандырып, хөрмәт итеп, ауылдаштарының ихтирамын тойоп йәшәй улар.