Эшҡыуар
19 Март 2021, 07:03

Икмәк һалыу – изге ғәмәл

Ғимаевтарҙы Дүртөйлөлә белмәгән кеше юҡтыр.

Ҡайһы төбәккә генә эш сәфәре менән юл төшһә лә, уңған ғаиләләр, үҙ шөғөлөн асҡан эшҡыуарҙар, бигерәк тә ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ тотонған йүнселлек йүнәлештәре хаҡында яҙырға тырышабыҙ. Ауыр заманда юғалып ҡалмаған, хеҙмәт урындары булдырған, үҫешкә өлгәшкән алдынғы ҡарашлы кешеләр гәзит уҡыусыларыбыҙға ла танһыҡтар, күптәргә өлгө булып торалар.


Дүртөйлө районы хакимиә­тендә был юлы Азалия Ғи­маева менән танышабыҙ. Бик ихлас ҡаршы алды беҙҙе Азалия. Өс бала әсәһе, 30 йәшлек Азалия Нафиҡ ҡыҙы ауылында икмәк бешереү эшенә тотоноуына ике йыл ғына икән.
Һөнәре буйынса бухгалтер булып эшләгән ул, әммә күңе­лендә һәр саҡ үҙ эшен асыу тураһында хыялланған. Тормош һуҡмағында Ришат Ғимаевты осратып, сәстәрен сәскә бәйләгәндән һуң, өс балаға ғүмер бүләк итәләр – Вилдан, Вилена һәм Алиса. Төпсөктәренә өс йәш тулыуға, хәләле (ул үҙе эшҡыуар) уны үҙ предприятиеһын асырға дәртләндерә. Буш торған бинаны ҡуртымға алып, икмәк бешереүгә тотоналар.

Ринат Ғимаевты Дүртөйлөлә белмәгән кеше юҡтыр. 20 йәшендә тәүге сауҙа нөктәһен асып ҡарай, артабан ошо эшкә ылығып китә һәм бер-бер артлы магазиндар селтәрен булдыра.
Башта көнөнә 100 – 200 буханка икмәк бешереп, сауҙаға оҙаталар. Яйлап ҡайҙан ниндәй он, мейестәр алыу, коллектив туплау мәсьәләләре хәл ителә. Бөгөн бында унлап кеше хеҙмәт һала, тәүлегенә ике мең дана икмәк төбәктең төрлө сауҙа нөктәләренә оҙатыла. Дүртөйлө халҡының шәхси эшҡыуар етештергән икмәккә өҫтөнлөк биреүенең сере ябай – сит өҫтәмәләр ҡушылмай, тәбиғи ризыҡ етештерелә. Тәү сиратта – сифат, тип иҫәпләй ул, шуға күрә лә икмәк ризыҡтарын теләп алалар.
Тәжрибә туплағас, кондитер аҙыҡтары етештереү ҙә юлға һалына, сөнки дини бай­рам­дарға, туйҙарға, юбилейҙар­ға яй­лап заказдар килә башлай. Бәлештәрҙе үҙем бешерәм, – ти Азалия.
– Тормошто яратырға һәм ҡурҡмайынса алға барырға, уй-маҡсатымды бойомға ашы­рырға, туҡталып ҡалмаҫҡа тырышам. Эшемдә ғаилә ағзала­рының, яҡындарымдың ярҙа­мын тоям, – ти Азалия Нафиҡ ҡыҙы.
Әйткәндәй, үҙ эшен асҡан кешенең офоҡтары даими киңәйә. Бинаның икенсе ҡаты буш тороуын өнәп етмәй Азалия. Күп уйланғандан һуң, унда тәмле, сифатлы ярым фабрикаттар етештереп, яҡташта­рына тәҡдим итмәксе. Бының өсөн үҙеңдең малың булыу шарт. Шуға ла ғаилә менән кәңәшләшкәндән һуң, Мәләүез­дә тормош көткән ҡустыһын саҡыртып ҡайтара. Йорт та ҡарап ҡуялар. Бәләкәй эштән башлаһалар ҙа, артабан сифатлы ит ризыҡтары етеште­реүҙе юлға һалмаҡсылар. Башланған эш – бөткән эш.
Ғимаевтар ғаиләһе, тыуған төйәген йәмләп, матур ғаилә ҡороп, туғандарының терәген тойоп, ихлас тормош ҡороп йәшәй.

Читайте нас