Эшҡыуар
19 Март 2021, 07:30

Мөһим мәсьәләләр ҡаралды

Республикала инвестиция һәм эшҡыуарлыҡ климатын яҡшыртыу буйынса Проект офисы ултырышы булды.

Кисә, 18 мартта Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе Александр Сидякин видеобәйләнеш тәртибендә республикала инвестиция һәм эшҡыуарлыҡ климатын яҡшыртыу буйынса Проект офисы ултырышын үткәрҙе. Сарала республиканың башҡарма власть органдары, төбәк үҫеш институттары, финанс-кредит ойошмалары, лизинг компаниялары, эшлекле даирәләр вәкилдәре, бизнес-шерифтар ҡатнашты. Бизнес алып барыу өсөн процедураларҙы ябайлаштырыу һәм маҡсатлы күрһәткестәрҙе үтәү тураһында республиканың иҡтисади үҫеш министры урынбаҫары Әлфиә Тыуалбаева һөйләне.
– Башҡортостан маҡсатлы күрһәткестәрҙе тормошҡа ашырыу буйынса Волга буйы федераль округында - беренсе һәм илдә алтынсы урынды биләй. 2019 йылда беҙҙә икенсе һәм 17-се урын ине, – тине ул.
Дөйөм алғанда Волга буйы округында маҡсатлы моделдәрҙе тормошҡа ашырыу - 88, илдә 87 процент тәшкил итә.
Проект офисы ултырышында 2020 йыл өсөн эш йомғаҡтары яһалды. Шулай Башҡортостанда йылылыҡ һәм һыу менән тәьмин итеү селтәрҙәренә тоташтырыу ваҡытын 120 көндән 103 көнгә тиклем ҡыҫҡартыуға өлгәшкәндәр. Ер участкаһының ҡала төҙөү планын әҙерләү өсөн тоташыуҙың техник шарттар мәғлүмәттәре документтарын да биш көн эсендә әҙерләп биреләр (элек 7 көн булған)
Ер участкаһының ҡала төҙөү планының 84 процентына һәм төҙөлөшкә рөхсәттең 91 процентына тиклем хәҙер электрон төрҙә бирелә.
Бынан тыш, ер участкаһы һәм күсемһеҙ милек объекты адресы үҙгәреүе һәм уны федераль мәғлүмәт-адрес системаһына индереү срогы 8,1-ҙән 7,7 көнгә тиклем ҡыҫҡарған.
Ҡулланыусыларҙы электр энергияһына тоташтырыуҙың уртаса срогы 39 көнгә ҡалған, ә 2020 йылдың маҡсатлы күрһәткесе – 90 көн. Электрселтәренә тоташыу буйынса процедуралар һаны биш берәмек тәшкил итә. Шул уҡ ваҡытта бар хеҙмәттәрҙе онлайн тәртиптә алып була.
– Республикала әлеге эште квартал һайын 27 эксперт баһалай. Был эшлекле берекмәләр вәкилдәре һәм ғәмәлдәге эшҡыуарҙар. Улар индерелгән күрһәткестәр һандарын йә раҫлай һәм инҡар итә, шулай уҡ үҙ комментарийҙарын индерә, беҙ уларҙы яуаплы ведомстволарға йүнәлтәбеҙ. Эшҡыуарҙарҙың һәр минуты ҡәҙерле булған шарттарҙа ла, улар беҙең эште баһалауға ваҡыт таба. Бының өсөн уларға ҙур рәхмәт, – тине Әлфиә Рим ҡыҙы.
Әммә дүрт маҡсатлы күрһәткес буйынса кире тенденция дауам итә. Электрон төрҙә күрһәтелгән ОМСУ һәм РОИВ буйынса хоҡуҡты теркәү йәһәтенән 100 процентлы һөҙөмтәгә өлгәшелмәгән. 2020 йыл йомғаҡтары буйынса ул 86 процент ҡына тәшкил иткән. Кадастр иҫәбе буйынса электрон хеҙмәттәр күрһәтеү планы 100 процент булһа ла, ул 92 процент тәшкил иткән.
Нисәнсе йыл рәттән Күсемһеҙ милектең берҙәм дәүләт реестрына сиктәрҙе билдәләү буйынса эш насар ойошторолған. План күрһәткесе 100 процент булһа, беҙҙә ул 3,34 процент ҡына тәшкил иткән.
Александр Сидякин билдәләүенсә, был маҡсатлы моделдәрҙе тормошҡа ашырыу – бизнес-климатты яҡшыртыу мәсьәләһендә иң ауыры.
Ә бына Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығы ер мөнәсәбәттәре өлкәһендәге 17 хеҙмәтте электрон төргә күсерҙе. 1 февралдән кешеләр уларға ғариза тапшыра ала. Был йәһәттән министр Наталья Полянская республиканың Һанлы үҫеш министрлығына рәхмәтен белдерҙе.
Александр Сидякин бизнес-шерифтарға “Төҙөлөшкә рөхсәт алыу һәм биләмә планлаштырыуы” маҡсатлы моделенә иғтибар итергә ҡушты, сөнки әле һаман барлыҡ муниципалитеттар ҙа ҡала төҙөү проектлауының урындағы нормативтарын булдырмаған. Муниципалитеттар иһә үҙ теләктәрен еткерҙе.
Фото: investrb.ru
Читайте нас