Эшҡыуар
27 Марта 2021, 04:30

Ниндәй ярҙам саралары ҡаралған?

Благовещенда бизнесты үҫтереү институты вәкилдәре эшҡыуарҙар менән осрашты.

Башҡортостандың Эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитетынан хәбәр итеүҙәренсә, Благовещенда бизнесты үҫтереү институты вәкилдәре эшҡыуарҙар менән осрашты.
Моноҡаланың бизнес-шерифы Анна Карабанова тарафынан ойошторолған эшлекле сара Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарына булышлыҡ итеү” милли проектына ярашлы йүнселдәргә финанс ярҙамы күрһәтеү мәсьәләләренә арналды.
Эшҡыуарлыҡ агентлығы һәм Башҡортостан микрокредит компанияһы белгестәре гарантия, лизинг һәм микрофинанс дәүләт ярҙамы алымдары тураһында ентекле һөйләне. Микрокредит компанияһының кредит белгесе осрашыуҙа ҡатнашыусыларҙың иғтибарын заем алыу мөмкинлегенең киңәйтелеүенә йүнәлтте. Мәҫәлән, “Благовещен” йылдам социаль-иҡтисади үҫеш биләмәһе резиденты булған “ИГНИС” компанияһы махсус кейем тегеү буйынса яңы производство асҡан. Предприятие ҡорамалдар һатып алыуға муниципаль субсидия һәм Башҡортостан микрокредит компанияһынан алты миллион һумлыҡ льготалы заем алған. Проектҡа йүнәлтелгән дөйөм инвестиция күләме 23 миллион һум тәшкил итә.
Төбәк гарантия фонды етәксеһе Азат Хәйруллин эшҡыуарҙарға дәүләт гарантияһы, льготалы заем һәм лизинг кеүек ярҙам саралары тураһында һөйләне.
Фото: biznestur.bashkortostan.ru/presscenter/news/353531
Читайте нас