“LeBiscuit” – ысын ғаилә кондитер магазины. Уны Сибайҙан Елена һәм Юрий Ивановтар асҡан. “LeBiscuit” брендының тарихы 11 йыл элек, Ивановтар улының тыуған көнөнә тәүге тортты бешергән көндөн башлана.
Әле иһә ул тулы производствоны тәшкил итә. Бында 11 кеше эшләй. Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проекты нигеҙендә дәүләттән ярҙам алыу ғаиләгә яңы ижади идеяларҙы тормошҡа ашырыу ғына түгел, шулай уҡ бизнесты киңәйтеү мөмкинлеген дә биргән.
Ивановтар заказ буйынса торт әҙерләй. Бизнестың үҫенсәлеге шунда: улар бер ҡасан да татлы ризыҡты магазиндар йәки кафелар аша һатмаған. Был эш тик социаль селтәр аша ғына башҡарылған. Милли проект сиктәрендә ҡала хакимиәтенән алған субсидияны улар автомобиль һатып алыуға лизинг түләүен ҡаплауға тотонған. Яҡын арала “LeBiscuit” етештереүҙе артабан үҫтереү маҡсатында үҙ милкенә һатып алған яңы иркен бинаға күсергә ниәтләй.
Әйткәндәй, “Йыл эшҡыуары-2020” конкурсы йомғаҡтары буйынса “LeBiscuit” бренды “Йәмәғәт туҡланыуы” номинацияһында икенсе урын яулаған.
Фото: biznestur.bashkortostan.ru/presscenter/news/357340/