14 апрелдә “Минең бизнес” үҙәгенең күсмә офисы хеҙмәткәрҙәре Бөрө районы эшҡыуарҙары менән осраша. Консультациялар Башҡортостанда Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарына булышлыҡ итеү” милли проектын тормошҡа ашырыуға ярашлы ойошторола.
Осрашыуҙа бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡҡа федераль, төбәк дәүләт ярҙамының, йүнселдәрҙең хоҡуғын яҡлауҙың, контроль структуралары менән үҙ-ара эш итеүҙең көнүҙәк мәсьәләләре буйынса фекер алышыу күҙаллана. Сарала контроль-күҙәтеү органдары вәкилдәренең ҡатнашыуы көтөлә.
"Бизнес менән шөғөлләнеү өсөн уңайлы шарттар булдырыу – Башҡортостан Хөкүмәтенең тәү сираттағы бурыстарының береһе. “Минең бизнес” үҙәгенең күсмә офисы хеҙмәттәренә райондарҙа ихтыяж бик ҙур", – тине Эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитеты рәйесе Римма Бойцова.
Бынан тыш, күсмә эш форматы урындағы бәләкәй эшҡыуарлыҡтың төп ихтыяждарын асыҡларға булышлыҡ итә. Практика күрһәтеүенсә, әле йүнселдәр финанс ярҙамы, льготалы заемдар, һалым өҫтөнлөктәре, лизинг продукттары, дәүләт субсидиялары менән ҡыҙыҡһына. Осрашыуҙарҙа уларға Төбәк гарантиялар фонды, Лизинг компанияһы, Башҡортостан микрокредит компанияһы хеҙмәттәре тураһында һөйләйҙәр.
Быйыл күсмә офистар Күмертау, Октябрьский, Стәрлетамаҡ, Салауат, Мәләүез ҡалаларында, Ҡариҙел һәм Бишбүләк райондарында булды.
Бөрөләге осрашыу 14 апрелдә иртәнге сәғәт 11-ҙән 12-гә тиклем “Умникум” үҙәгендә (Бөрө ҡалаһы, Интернациональ урам, 94 А) уҙғарыла. Яҙылыу өсөн телефондар: 8 (34784) 4-40-50, 8-917-74-99-670. Сарала санитария талаптары ҡәтғи үтәлә.
Фото: pravitelstvorb.ru/ru/press-office/news.php?ELEMENT_ID=51281
Сығанаҡ: pravitelstvorb.ru