Эшҡыуар
15 Апрель 2021, 15:30

Эшҡыуарҙар, һеҙҙең өсөн!

Берҙәм инвестиция порталында (investrb.ru) эшҡыуарҙар өсөн тәғәйенләнгән бүлек яңыртылды.

Башҡортостандың Берҙәм инвестиция порталында (investrb.ru) эшҡыуарҙар өсөн тәғәйенләнгән бүлек яңыртылды. Унда навигация модернизацияланған, эшҡыуарҙар өсөн nalog.ru һәм КонсультантПлюс кеүек ресурстар өҫтәлгән.
– “Эшҡыуарҙар” бүлеге Башҡортостанда бизнесты башлау, үҫтереү һәм ябыу өсөн кәрәкле мәғлүмәттәрҙе үҙ эсенә ала. Унда ҡануниәт кимәлендә эшҡыуарлыҡҡа күрһәтелгән ярҙам саралары, бизнесҡа булышлыҡ итеү институттары һәм хеҙмәттәре менән танышырға була. Уңайлы фильтр йүнселдәргә 100 ярҙам сараһының иң ҡулайын һайларға ярҙам итә, – тине республиканың һанлы үҫеш министры урынбаҫары Динар Шәрәфетдинов.
Порталдан һылтанма буйынса nalog.ru сайты бүлектәренә сығып, электрон рәүештә шәхси эшҡыуар булып теркәлергә, һалым һалыу тәртибен һайларға, ИНН буйынса партнерҙарҙы тикшерергә була. Шулай уҡ кәрәкле документтарҙы күсереп алыу мөмкинлеге лә бар.
Яңыртылған “Эшҡыуарҙар” бүлеге шулай уҡ бизнес өсөн яңы идеялар менән һуғарылған һәм эшҡыуарлыҡ тураһындағы популяр мәҡәләләр менән байытылған.
Фото: pravitelstvorb.ru/ru/press-office/news.php?ELEMENT_ID=51305
Сығанаҡ: pravitelstvorb.ru
Читайте нас