Заман менән бергә атларға ынтылған, тормошта яңылыҡ эҙләргә, үҙен төрлөсә һынап ҡарарға йөрьәт иткән кешеләр ғәмәлдә һоҡланып туйғыһыҙ. Мәләүез районының Һыртлан ауылында тыуып үҫкән, хәҙерге көндә Стәрлетамаҡта йәшәгән Илназ Әсләмов нәҡ шундай егеттәрҙең береһе булыр.
Атайһыҙ үҫһә лә, бәләкәйҙән тырыш малай һәр ваҡыт үҙенә ауырыраҡ юлды һайларға, алдына ҙур маҡсаттар ҡуйырға, ә башлаған эшен еренә еткерергә өйрәнгән. Тәмәке тартыу, иҫерткес эсемлектәр тәмләп ҡарау кеүек яман ғәҙәттәрҙе бәләкәйҙән үк башына ла индермәй. Мәктәпте тамамлағас, электрик һөнәрен үҙләштерә. Уҡыуы һәйбәт бара, белемен практика менән нығыта, уҡыған арала аҡса эшләй башлай. Һөнәре буйынса оҫталыҡ, яҡшы эш көтә… Әммә бындай перспектива Илназды барыбер ҙә ҡәнәғәтләндермәй, ғаиләһе өсөн етеш тормош, етди эшмәкәрлек тураһында хыяллана, етешһеҙлектәрҙән, аҡсаһыҙлыҡтан нисек тә арынғыһы килә. Тик нисек итеп?
Тиҙҙән Илназ ауылда пилорама аса, сәскәләр һатып ҡарай. Былар барыһы ла уға, әлбиттә, ҙур тәжрибә бирә, әммә ҙур һәм уңышлы бизнес тип атап булмай әле. Уҡып диплом алғас та, Илназ Себер тарафтарына юллана. Шул уҡ ваҡытта юғары белем тураһында ла онотмай, ситтән тороп уҡыуын дауам итә. Ғаилә ҡороп, Стәрлетамаҡ ҡалаһында төпләнә, ипотекаға фатир алалар. Барыһы ла һәүетемсә бара: эш хаҡы алаһың, бурыстарыңды түләйһең, тағы ла эшкә сығып китәһең. Осһоҙ-ҡырыйһыҙ түңәрәк… Тик йәшлек хыялы барыбер ҙә тынғы бирмәй Илназға. Эшҡыуарлыҡ тураһындағы уй башынан сыҡмай. Әммә башлап китеү өсөн капитал юҡ, әлеге лә баяғы, нимәнән башларға, ҡайҙан идея табырға? Нисек тә яңылышмаҫҡа, бурыстар ҙа күп бит…
Ваҡыты еткәс, эш үҙенән-үҙе килеп сыға, тормош үҙе юлын күрһәтә уға. Уйламаҫтан. Ҡатын-ҡыҙҙар байрамына ул кәләшенә биҙәнергә-төҙәнергә тип гримёр көҙгөһө эшләп бирә. Бар күңелен һала: яҡтылыҡ лампалары менән ҡаймалай, тартмалы өҫтәле лә бик йәтеш килеп сыға. Матурлыҡ салоның ары торһон! Ҡатынының ҡыуаныуын, туған-дуҫтарҙың һоҡланыуын күреү һәм үҙҙәренә лә заказ биреүҙәре тап ошо шөғөлгә этәрә лә инде. Фатирында таныш-тоношоноң заказдарын үтәүгә тотона. Ваҡыты еткәс, тағы ла юлға сыға, Себерҙән ҡайтҡас, дәртләнеп йәнә көҙгөһөнә тотона, әҙерҙәрен һата. Уның продукцияһын алырға теләүселәр артҡандан-арта бара. Өлгөрә алмай башлағас инде, дәүләт эшен ҡалдырып, бар көсөн, ваҡытын, күңелен үҙенә оҡшаған шөғөлөнә һала.
Эшҡыуарлыҡ Илназға тормошта үҙ урынын табырға ярҙам итә, иң мөһиме, ул эшенән ҡәнәғәт. Цех аса, урыны етмәй башлағас, икенсеһенә, өсөнсөһөнә күсә, эшселәр йәлеп итә. Заказдар Стәрлетамаҡтан, республиканан ғына түгел, бөтә ил төбәктәренән килә, хатта алыҫ Хабаровск крайына, Мәскәү, Санкт-Петербург, Нижневартовск, Уренгой, Салехард ҡалаларына ла оҙатыла уның гримёр көҙгөләре. Шул уҡ ваҡытта белемен дә камиллаштырырға онотмай Илназ. “Аңды тулыһынса үҙгәртеү өсөн күп әҙәбиәт уҡырға тура килде”, – ти ул.
– Әгәр ҙә кеше эскеселәр йәки ялҡауҙар араһында йәшәй һәм бер нәмә лә үҙгәртергә теләмәй икән, тимәк, улар һымаҡ буласаҡ. Ҡурҡмаҫҡа, уйларға, эҙләнергә, тырышырға, табырға һәм йәшәргә кәрәк. Үҙең теләгәнсә, һәр көндөң, үҙ көсөңдөң ҡәҙерен белеп, – ти Илназ. Әйткәндәй, ул блогер ҙа әле. “Инстаграм”да үҙенең эше, заказдар тураһында мауыҡтырғыс итеп һөйләй. Уның тауарҙары тураһында социаль селтәрҙәр аша ла белергә була.
Әлбиттә, эшҡыуар булып китеү еңелдән түгел. Ауыр ваҡыттар ҙа, Илназдың башланғыстарын хупламаған хейтерҙар ҙа булмаған түгел, әлбиттә, әммә улар егетте ҡурҡытмай, киреһенсә, алға этәрә, ә бит ҡаршылыҡтарҙы еңеп алға барыу – үҙе бер бәхет.
Бына шулай, ябай ауыл малайының тырышып алға, тауға яйлап үрмәләүенә ҡарап, ҡыуанырға ғына ҡала. Ә ул бөгөн дә һәр көҙгө, шкаф, өҫтәл һәм башҡа сифатлы йыһазды бар күңел йылыһын һалып эшләй. Кешеләрҙең йылмайыуы, ысын күңелдән ҡыуаныуы, рәхмәт һүҙҙәре уны илһамландыра, ҡанатландыра.
Илназдың күңел йылыһын, ҡул оҫталығын һалып эшләгән көҙгө, шкаф, өҫтәл һәм башҡа йорт йыһазын күрергә һәм һатып алырға теләһәгеҙ, 8-9371692488 телефоны буйынса йәки Стәрлетамаҡ ҡалаһы, Тимер юл урамы, 3 (3-сө корпус) адресы буйынса мөрәжәғәт итә алаһығыҙ.