Салауат районында эш сәфәре менән булған саҡта күп кенә эшлекле, үҙ ере өсөн янып-көйөп торған эшҡыуарҙар менән осрашырға насип булды. Баш ҡаланан ярайһы уҡ ситтә ятҡан район булһа ла, бында халыҡ матур итеп донъя көтә, тырышып, киләсәккә ҙур пландар ҡороп йәшәй, уңыштары менән ҡыуандыра. Әйтергә кәрәк, районда эшҡыуарлыҡты үҫтереүгә ҙур иғтибар бирелә. Мәҫәлән, былтыр бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары районда бизнесты үҫтереүгә 115 миллион һум аҡса һалған. Пандемия булһа ла, үҙ-үҙен эш менән тәьмин иткән һәм һөнәри килемгә һалым түләгәндәр һаны 173 кешегә тиклем артҡан. Былтыр бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары тарафынан майҙаны 679 квадрат метрға тиң өс объект сафҡа индерелгән: Сулпан ауылында эшҡыуар Л.Р. Нафиҡова – сауҙа комплексы, И.У. Ғимаев – магазин, күмәртәләп һатыу базаһы, Э.Э. Фәрхиев Малаяҙ ауылында автосервис асҡан. Уларҙың береһе – Илгиз Ғимаев менән осрашырға насип булды.
Илгиздең эшлеклелеге һоҡландыра
Илгиз Урал улы Ғимаев 2010 йылдан эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнә башлаған. Тәүҙә транспорт хеҙмәттәре күрһәткән: “Урал” йөк автомобилендә халыҡҡа бесән, утын ташыған. Һуңынан таҡта әҙерләү цехын аса, йорттар төҙөп һатыу эшмәкәрлеген дә йәйелдереп ебәрә, йәғни үҙҙәре етештергән материалдарҙы ҡулланып, йорт һалып, әсәлек капиталына һата башлай.
Ә инде 2012 йылда Малаяҙҙа үҙенең беренсе аҙыҡ-түлек магазинын аса, бер йылда тағы ла бер сауҙа нөктәһе барлыҡҡа килә.
2014 йылда аукциондарҙа ҡатнашып, район ауылдарында юл төҙөү эше менән дә шөғөлләнә башлай. 2014 йылда тағы ла бер яңы йүнәлеште үҫтерә – ул техник күҙәтеү станцияһын аса. 2015 йылда Малаяҙҙа юл буйында “Мое” кафеһын аса. Бер йылдан “М5” трассаһында уның тағы ла бер кафе менән аҙыҡ-түлек сауҙа нөктәһе ҡалҡып сыға.
Былтыр иһә, үрҙә әйтеп китеүебеҙсә, Сулпан ауылында юл буйында тағы ла бер ҙур сауҙа нөктәһен сафҡа индерә. Эшҡыуар белдереүенсә, был “Мое” сауҙа нөктәһен төҙөүгә ун миллион һум самаһы аҡса һалынған.
Әлбиттә, был уңыштар – Илгиз Ғимаевтың тиҫтә йылдар алып барған тынғыһыҙ хеҙмәте емеше. Эшҡыуарлыҡты үҫтереү өсөн дәүләт яғынан да ярҙам булырға тейеш, тип иҫәпләй ул.
– Магазин, кафе асҡан саҡта газ, һыу, электр кеүек коммуникациялар үткәреүгә бәйле мәсьәләләр ауыр хәл ителә. Айырыуса рөхсәт ҡағыҙҙарын алыуы ҡыйын. Был йәһәттән хатта район хакимиәте лә, бик теләһә лә, беҙгә ярҙам итә алмай, сөнки электр уты, газ менән тәьмин иткән ойошмалар үҙе бер айырым дәүләт кеүек. Беҙ, эшҡыуарҙар, хеҙмәт урындары булдырабыҙ, мәҫәлән, миндә 31-ҙән ашыу кеше эшләй, Сулпан ауылында магазинда тағы ла өҫтәп 11 эш урыны булдырыласаҡ. Беҙҙең кеүек сауҙа өлкәһендәге эшҡыуарлыҡты үҫтереү өсөн дә субсидиялар бүленһен ине, шул саҡта ғына беҙ яҡшыраҡ үҫешә аласаҡбыҙ, – ти Илгиз Урал улы.
Әйткәндәй, Илгиз Ғимаев – Салауат районы эшҡыуарҙар ассоциацияһы рәйесе, Башҡортостан эшҡыуарҙары ассоциацияһы ағзаһы, район Советы депутаты.
– Үҙебеҙҙең сауҙа нөктәләрендә урындағы етештереүселәрҙең тауарҙарын, аҙыҡ-түлеген һатыу маҡсатын ҡуябыҙ, сөнки улар бөгөн айырыуса ярҙамға мохтаж. Ситтән килгән ҙур селтәр компаниялары улар менән эшләмәй, урындағы етештереүселәрҙең тауарҙарын һатыуға алмай, – ти Илгиз Урал улы.
Тауар бар, һатыуы ҡыйын...
Әйтергә кәрәк, Салауат районында юл буйы хеҙмәтләндереүен үҫтереүгә айырыуса иғтибар бирелә. Улар араһында “Пятое колесо” юл буйы автокомплексы 2001 йылдан уңышлы эшләй. Ул автомобилдәргә, тракторҙарға запас частар һата, автотранспортты хеҙмәтләндерә һәм туҡландырыу эшмәкәрлеген алып бара.
– Әле беҙ 18 кешегә хеҙмәт урыны булдырғанбыҙ. Әлбиттә, коронавирус эшебеҙгә һиҙелерлек зыян килтерҙе, халыҡтың һатып алыу мөмкинлеге кәмене. Кафены ла, магазинды ла ваҡытлыса ябып торорға мәжбүр булдыҡ, заказ буйынса ризыҡ ташыныҡ. Ярҙам һорап мөрәжәғәт иткән кешеләргә мөмкин тиклем булышлыҡ итергә тырышабыҙ.
Запас частарға, аҙыҡ-түлеккә хаҡ артыуын тоябыҙ, әлбиттә. Беҙ бынан алда өс йыл дауамында запас частарға хаҡты арттырмаҫҡа тырыштыҡ. Пандемияға бәйле ауырлыҡтар тыуғанда ла хеҙмәткәрҙәребеҙҙе эштән ебәрмәнек, һәр береһенең ғаиләләре, кредиттары бар бит. Әле хәл бер аҙ тотҡарланды, хеҙмәткәрҙәр ҙур теләк менән эшкә тотондо. Киләсәктә ошо йүнәлештә эшмәкәрлегебеҙҙе үҫтерергә теләйбеҙ, – ти эшҡыуар Айгөл Закирова.
Айгөл Артур ҡыҙы 2015 йылда кер йыуыу порошогын етештерә башлаған.
– Балам тыуғас, уның аллергия менән сирләүен әйттеләр. Төрлө һабын, кер йыуыу порошоктары менән кейемдәрен йыуыу килешмәгәс, һабынды үҙебеҙ төрлө әйберҙәр менән бутап эшләп, шуны ҡулланып ҡараныҡ, – ти эшҡыуар.
Ошо мәсьәлә борсоған осраҡта йүнселдәр үҙҙәренең йәмғиәтен булдыра. Баҡтиһәң, ундай экологик яҡтан таҙа порошокка мохтаждар күп булып сыға. Эшҡыуар алдында экология талаптарына яуап биргән, хаҡы ла ҡиммәт булмаған кер йыуғысты уйлап табыу мәсьәләһе килеп баҫа.
Әлбиттә, бының өсөн ярайһы уҡ матди сығымдар ҙа талап ителә. Был хыялды тормошҡа ашырыу өсөн район хакимиәте субсидия бүлә. “Стартап” программаһы буйынса бирелгән 180 мең һум аҡсаға ҡорамалдар һатып алалар һәм яйлап ҡына кер йыуыу порошогы етештерә башлайҙар.
Эйе, аллергия хәүефе тыуҙырмаған кер йыуыу порошогы етештерелә-етештерелеүен, әммә линияны тулы ҡеүәткә эшкә егеү өсөн һатыу йәһәтенән ауырлыҡтар бар.
– Әле беҙҙең менән Өфөләге “Һаулыҡ нигеҙе”, Нефтекамалағы “Аҡсарлаҡ” магазин селтәрҙәре хеҙмәттәшлек итә, интернет-магазин аша һатабыҙ. Эре селтәр компаниялары менән эшләй башлағайныҡ, пандемияға бәйле торғонлоҡ ҡамасауланы. Төп ауырлыҡ шунда: республиканы ялмап алған ҙур магазин селтәрҙәре урындағы етештереүселәр менән эшләргә теләмәй. Ә беҙгә артабан үҫер өсөн башҡа төбәктәргә лә сығырға кәрәк, – ти Айгөл Артур ҡыҙы.
Үҙҙәренең колбасаһын етештерәләр
“Салауат” ауыл хужалығы етештереү кооперативы 2019 йылда асылған. Ул ит ризыҡтары етештереү менән шөғөлләнә. Бәләкәй колбаса цехтары бар. Ит ризыҡтарын үҙҙәренең магазиндарында һаталар. Предприятиела 12 кешегә хеҙмәт урыны булдырылған.
– Элек районда колбаса цехы “Янғантау” шифаханаһында ғына бар ине, хәҙер был эшмәкәрлекте беҙ ҙә яйға һалдыҡ. Ошо маҡсатта 2019 йылда өс миллион һумлыҡ грант алдыҡ, уның 90 процентын дәүләт бирһә, 10 проценты – үҙебеҙҙең аҡса. Уға ҡорамал һатып алдыҡ. Хәҙер төрлө сортлы колбасалар, ыҫланған итле ризыҡтар етештерәбеҙ. Тауар төрлөлөгө – 20-нән ашыу. Кооперативта – ун кеше, итте үҙебеҙҙең пайсыларҙан алабыҙ, – ти кооператив рәйесе Денис Данир улы Йосопов.
Кооператив бының менән генә сикләнергә йыйынмай, артабан да төрлө дәүләт программаларында ҡатнашып, ҡорамалдар алып, тауар төрлөлөгөн арттырыу ниәте менән йәшәй.
– Беҙ ҙә сауҙа юлдарын эҙләйбеҙ. Кооператив тәбиғи, экологик яҡтан таҙа иттән ризыҡтар етештерә, шуға ла колбаса ҡиммәткә төшә. Өфөгә тауарҙы һатыуға сығара башланыҡ, яйлап баҙарҙы яулау инде уй-ниәт. Әлбиттә, коронавирустың да йоғонтоһо булды, йәмғиәт туҡланыуы эшләмәне, банкеттар уҙғарылманы, – ти етәксе.
Ошо осрашыуҙарҙан һуң, райондарҙа йүнсел кешеләр үҙ эшен асырға, хеҙмәт урындары булдырырға әҙер, дәүләт тә субсидия бүлә, әммә үҙҙәре эшләп сығарған тауарҙы һатыу ҡыйынға төшә. Шуға ла бөгөн урындағы йүнселдәр етди көнәркәшлек шарттарында юғалып ҡалмаһын өсөн, етештергән тауарҙы, аҙыҡ-түлекте һатыуҙа уларға ярҙам кәрәк. Был мәсьәләне хәл итеүҙә дәүләт кимәлендә лә булышлыҡ итеүҙе һорайҙар.