Эшҡыуар
17 Апрель 2021, 07:00

“Минең бизнесым” – илдә беренсе

Башҡортостанда “Минең бизнесым” үҙәге 2019 йылдан эшләй.

Рәсәйҙең иҡтисади үҫеш министры Максим Решетников 15 – 17 апрелдә Калининград өлкәһендә уҙғарылған Бөтә Рәсәй конференцияһында 2020 йыл йомғаҡтары буйынса “Минең бизнесым” үҙәктәре рейтингы йомғаҡтары менән таныштырҙы.
Башҡортостандың “Минең бизнесым” үҙәге, илдә Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проектын иң һөҙөмтәле тормошҡа ашырыусы булараҡ, беренсе урын яуланы. Рейтингта төбәктәрҙең позицияһы “Максималь йәлеп итеү”, “Бизнес өсөн иң яҡшы киңлек”, “Һөҙөмтәлелек”, “Иң яҡшы үҙәк”, “Иң яҡшы МФО”, “Иң яҡшы РГО” һәм башҡа номинациялар буйынса билдәләнде.
Мәғлүм булыуынса, Башҡортостанда “Минең бизнесым” үҙәге 2019 йылдан эшләй. Былтыр үҙәк 15 меңгә яҡын хеҙмәт күрһәткән, бизнесты алып барыу буйынса дүрт мең самаһы консультация биргән. Республикала үҙәктең алты офисы бар.
Фото: biznestur.bashkortostan.ru/presscenter/news/359963/
Читайте нас