Эшҡыуар
22 Апрель 2021, 16:15

Килемле бизнес кәрәкһә...

Хөкүмәт Премьер-министры Андрей Назаров ниндәй тармаҡта килемле бизнес эшләп булыуы тураһында өйрәтте.

Бөгөн Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров социаль селтәрҙәрҙә аҙыҡ-түлек хаҡына бәйле пост яҙҙы.
“Мин әллә ҡасандан аҙыҡ-түлеккә хаҡтарҙы аңларға тырышам. Ни өсөн улар арта һәм нисек уға йоғонто яһарға булғанын аңларға теләйем. Әлегә шуны күрәм: республикала агросәнәғәт комплексы һәйбәт эшләй, ә уның янында булған аҙыҡ-түлек һәм эшкәртеү тармаҡтары артта ҡала. Сәбәптәр күп – инфраструктуранан алып ойоштороуға тиклем. Күп урында ҡорамалдар әллә ҡасандан иҫкерҙе.
Ошоларға бәйле беҙ аҙыҡ-түлек һәм эшкәртеү сәнәғәте тармағын үҫтереү өсөн алты йыллыҡ программа әҙерләнек. Ул тармаҡтың системалы проблемаларын хәл итеү һәм бизнес өсөн уңайлы шарттар булдырыуға йүнәлтелгән. Бында өҫтәмә капитал йәлеп итергә кәрәк.
Мөһим бурыстар тип шуны билдәләнек: ваҡ эшкәртеүселәрҙе үҫтереү, эшкәртеү кооперативтары булдырыу, республикала етештерелгән аҙыҡ-түлек тауарын популярлаштырыу һәм алға һөрөү. Был беҙгә яңы етештереүҙәр булдырыу, эшкәртеү күләмен һәм әҙер тауар ассортиментын арттырыу мөмкинлеге бирәсәк. Тармаҡ предприятиеларына ярҙам итәсәкбеҙ. Төп сараларҙан - ташламалы кредитлау, алкоголһеҙ эсемлектәр етештереү өсөн ауыл хужалығы техникаһы, ҡорамалдар һәм сеймал һатып алыуға сығымдарҙың бер өлөшөн ҡаплау, етештереүҙе модернизациялау сығымдарын компенсациялау һәм башҡалар. Бәләкәй предприятиеларға гранттар биреләсәк.
Дөрөҫөн әйткәндә, беҙҙә ауыл хужалығы эшкәртеүе тармағында бик ҙур мөмкинлектәр бар. Әле бында меңләгән предприятие эшләй. 2026 йылға тиклем уларҙың һанын 20 меңгә тиклем еткерергә планлаштырабыҙ. Бурыс бик ҙур, тик, минеңсә, ул реаль.
Мине бик күп бизнесмендар уҡығанын беләм, шуға уларға мөрәжәғәт итәм. Яҙғандарымды күҙ уңында тотоғоҙ һәм, аҡса һалыу өсөн объект эҙләйһегеҙ икән, ауыл хужалығы эшкәртеүе тармағына күҙ һалығыҙ. Тап ошонда гарантиялы һорау бар, тап ошонда бер нисә йылдан килем тиҙ темптар менән үҫә башлаясаҡ. Шулай булғас, уйланығыҙ”, - тип яҙҙы ул.
Фото: Фейсбук.
Читайте нас