Эшҡыуар
23 Апрель 2021, 11:15

Бизнесҡа булышлыҡ итеү маҡсатында

10 йыл эсендә 1,2 меңдән ашыу норматив хоҡуҡ акты проекты баһаланды.

Республика парламенты бөтә муниципалитеттарҙа көйләү йәһәтенән йоғонтоно баһалауҙы ойоштороуҙың мотлаҡлығы тураһындағы закон проектын беренсе уҡыуҙа хупланы. Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай ултырышында “Башҡортостан Республикаһында урындағы үҙидара тураһында”ғы республика Законына тейешле үҙгәреште индереү тәҡдиме менән иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрының беренсе урынбаҫары Айрат Фәхретдинов сығыш яһаны.
– Закон проектында республикалағы бөтә муниципаль берәмектәрҙе, халыҡ һәм эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеге субъекттары һаны күпме булыуға ҡарамаҫтан, исемлеккә индереү мөмкинлеген биргән критерийҙарҙы төҙәтергә тәҡдим ителә. Был Башҡортостандағы бөтә эшҡыуарҙарға тиң шарттар булдырыу өсөн кәрәк, һәм ул һәр муниципалитетта эш әүҙемлеген арттырыуға булышлыҡ итәсәк, – тине Айрат Фәхретдинов.
Көйләү йәһәтенән йоғонтоно баһалау институтының төп бурысы – норматив хоҡуҡ акттарында бизнес менән шөғөлләнеүгә нигеҙһеҙ ҡамасаулаған положениеларҙы асыҡлау. Башҡортостанда был институт пилот проекты рәүешендә 2011 йылда ғәмәлгә индерелгәйне. 10 йыл эсендә 1,2 меңдән ашыу норматив хоҡуҡ акты проекты баһаланды. Һәр бишенсе проектта хужалыҡ итеүсе субъекттар өсөн ниндәй ҙә булһа артыҡ йөкләмәләр һәм нигеҙһеҙ сикләүҙәр асыҡланды. Етешһеҙлектәрҙең барыһы ла яйға һалынды.
Мәғлүм булыуынса, Башҡортостан көйләү йәһәтенән йоғонтоно баһалауҙың сифаты буйынса алдынғы төбәктәр тиҫтәһенә инә. 2020 йыл йомғаҡтары буйынса ла республика шулай уҡ “юғары кимәлле”ләр иҫәбендә булған.
Фото: pravitelstvorb.ru/ru/press-office/news.php?ELEMENT_ID=51373
Сығанаҡ: pravitelstvorb.ru
Читайте нас