Эшҡыуар
29 Апрель 2021, 04:30

Азат Йосопов крем-бал етештермәксе

Шәхси эшҡыуар Өфө эргәһендә крәҫтиән (фермер) хужалығын ойоштора.

2020 йылда Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проектына ярашлы, Башҡортостанда яңы эш башлаған 68 ауыл йүнселе 211,5 миллион һумлыҡ “Агростартап” грантына эйә булды.
Мәҫәлән, шәхси эшҡыуар Азат Йосопов өс миллион һум аҡса алып, Өфө эргәһендә крәҫтиән (фермер) хужалығын ойоштора. Был турала Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов предприятиеға сәфәре барышында һөйләне.
– Күреүебеҙсә, “Агростартап”, ысынлап та, эшҡыуарлыҡҡа ярҙам буйынса һөҙөмтәле сараны тәшкил итә. Яңы эш башлаған йүнсел бер йыл эсендә айына байтаҡ табыш алыуға өлгәшкән, 20 эш урыны булдырған, – тине Илшат Фәзрахманов. – Гранттың төп тәғәйенләнеше тап ошо. Киләсәктә компаниянан тағы ла әүҙемерәк үҫеш, ассортименттың һәм һатыу географияһының киңәйеүен көтәбеҙ. Быйыл агросәнәғәт өлкәһендә хужалыҡ итеүҙең бәләкәй формаларына дәүләт ярҙамы 660 миллион һум тәшкил итә.
Фермер Азат Йосопов баш ҡала янында “Башҡорт умартасыһы” тигән марка аҫтында башҡорт балынан продукция етештерә. Былтыр көҙ ул ҡорамал һатып алған һәм эш башлаған. Продукцияның тәүге партияһын 700 мең һумға һатҡан. Республика шифаханалары һәм сауҙа селтәрҙәре менән хеҙмәттәшлекте яйға һалған. Предприятие балды сувенир һауыттарҙа һәм бүләктәр йыйылмаһы рәүешендә һата. Әле эшҡыуар крем-бал етештерергә ниәтләй.
Фото: agriculture.bashkortostan.ru/presscenter/news/363413/
Читайте нас