Эшҡыуар
1 Май 2021, 06:30

Ауырғазы йүнселдәре йәшелсә үҫтерә

"Эшҡыуарлыҡ сәғәте"ндә Иҫке Маҡар ауылынан бер туған Илфат һәм Илнур Мортазиндарҙың проекты хуплау тапты.

Ауырғазы районы хакимиәте мәғлүмәттәренә ҡарағанда, районда йүнселлекте үҫтереүгә ҙур иғтибар бирелә.

Иҫке Маҡар ауылынан бер туған Илфат һәм Илнур Мортазиндар күптән инде йәшелсәселек, баҡсасылыҡ менән шөғөлләнә. 2009 йылдан алып улар теплицала тәмләткес үләндәр, йәшелсә үҫтерә. Илфат – белеме буйынса агроном, Илнур иһә – иҡтисадсы. Йәшелсәселектә улар экологик яҡтан һыналған технологияларҙы, мәҫәлән, тупраҡ урынына кокос субстратын файҙалана. Ашлама индергәндә, химиянан мөмкин тиклем баш тартырға тырышалар. 12 йыл эсендә улар дөйөм майҙаны 800 квадрат метрҙан ашыу өс теплица төҙөгән. Яңы өлгөргән йәшелсәне йүнселдәр, нигеҙҙә, Стәрлетамаҡ ҡалаһына оҙата.

Әле эшҡыуарҙар майҙанды йыл әйләнәһенә культивациялау һәм уны 1,5 мең квадрат метрға тиклем киңәйтеү өсөн ҡорамалдарҙы яңыртырға ниәтләй. Шулай уҡ “Агростартап” программаһы буйынса конкурста ҡатнашырға, эш урындары булдырырға планлаштыралар.

Проект Ауырғазы районы хакимиәтендә лә хуплау тапты. Хакимиәт башлығы Зөфәр Иҙрисов район йүнселдәре менән осрашыуҙа үҙҙәрендәге ҡулланыусылар баҙарына иғтибар итергә, урындағы сауҙа ойошмалары, йүнселдәр менән хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөргә, киләсәктә үҙҙәренең сауҙа нөктәһен асырға тәҡдим итте.

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарына булышлыҡ итеү” милли проектына ярашлы аҙна һайын уҙғарылған “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”ндә район башлығы ер мәсьәләһен хәл итеүҙә һәм конкурсҡа материалдар әҙерләүҙә бизнес вәкилдәренә ярҙам күрһәтергә ҡушты.

Читайте нас