Эшҡыуар
3 Май 2021, 08:30

Һаҡмар эшҡыуарының ҡыяры өлгөргән

Һаҡмар ауылы йүнселе Флүр Мырҙаханов бер нисә йыл дауамында район халҡын иртә яҙҙан йәшелсә менән тәьмин итә.

Районда билдәле фермерҙарҙың береһе Флүр Мырҙаханов йәшелсәселек менән байтаҡ йылдар шөғөлләнә. Йүнсел өсөн баҡса эше ҡыш айҙарында уҡ башлана. Йыл да ул үҙ эшен төрлөләндереп, үҫентеләрҙә сәсеү буйынса төрлө тәжрибәләр индерә, уларҙы һынап ҡарай. Быйыл ауыл йүнселе помидорҙарҙы пластик йәшниктәргә үҫтереп ҡараһа, ә бына ҡыярҙарҙы ошоға тиклем тоҡтарға сәсһә, әле үҫентене тура ергә ултыртҡан.
Мул уңыш алыу өсөн фермерға тәүлек әйләнәһенә тир түгергә тура килә. Теплицала йылылыҡ температураһын тотоу, үҫентеләрҙе ваҡытында тәрбиәләү һәм ашламалар индереү күп ваҡытты һәм көстө талап итә. Әле зарарлы ҡоротҡостарға ҡаршы эш алып барыла. Фермер бер ниндәй ҙә химик ағыуҙар ҡулланмай, ҡоротҡостарҙан ҡул аҫты ысулдары менән ҡотола.
Йәшелсәселек килемле шөғөл тип әйтеп булмай, әммә иртә яҙ менән баҙарға алып сыҡҡанда байтаҡ табыш алырға мөмкин. Һаҡмар фермеры йәй әйләнәһенә мул уңыш алырға өмөтләнә. Ни тиһәң дә экологик яҡтан таҙа һәм сифатлы йәшелсәләргә йыл әйләнәһенә һорау ҙур.
Автор фотоһы.
Читайте нас