Эшҡыуар
5 Май 2021, 18:00

Үҙ эшемде башлайым тиһәң...

Быйылғы беренсе кварталда республикала 564 “Эшҡыуарлыҡ сәғәте” үткән, уларҙа 998 инвестиция проекты тикшерелгән.

Республикала быйылғы беренсе кварталда “Эшҡыуарлыҡ сәғәт”тәрендә 27 миллиард һумлыҡ проекттар ҡаралған. Дөйөм алғанда, муниципаль райондарҙа һәм ҡала округтарында 564 “Эшҡыуарлыҡ сәғәт”е үткән, уларҙа 998 инвестиция проекты тикшерелгән.
Иң әүҙемдәр рәтенә Ғафури (40 проект), Салауат ҡалаһы (38), Ҡариҙел (30), Туймазы (29) һәм Шаран (27) райондары ингән. Благовещенда 25 проект ҡаралған.


"Беҙҙең бурыс - бизнес-шерифтар менән берлектә эшҡыуарлыҡты үҫтереү институтының ҡеүәтен һөҙөмтәле ҡулланыу. Йүнселдәр өсөн йәмәғәт киңлектәре асыу, ярҙам итеүҙең яңы ысулдарын булдырыу, кәсебен яңы башлағандарға белем биреү саралары ойоштороу планлаштырыла", – ти республиканың Эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитеты рәйесе Нияз Фазылов.


Миҫал өсөн, Асҡын районынан эшҡыуар Динара Аманова көләпә бәшмәге үҫтереү менән шөғөлләнмәксе булған, бынан ярты йыл элек тәүге тапҡыр “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”ндә ҡатнашҡан. Ә ошо көндәрҙә ул тәүге уңышын йыйған.
“Үҙ бизнесым хаҡында күптән уйлана инем. Беҙҙең район өсөн минең шөғөл бер аҙ ят. Район хакимиәтенән ярҙам ҙур этәргес булды. Әлегә ферма бәләкәй, тәүге уңышты йыйҙыҡ. Ауыл халҡы теләп һатып ала”, - ти эшҡыуар.
Асҡын районы бизнес-шерифы Илдар Саҙрисламов әйтеүенсә, был проектты 2020 йыл аҙағында “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”ндә тикшергәндәр, кәсебен яңы башлаған эшҡыуарҙы урындағы “2019 - 2024 йылдарҙа бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарын үҫтереү” программаһында ҡатнашырға саҡырғандар. Социаль контракт нигеҙендә финанс ярҙамы алыу мөмкинлеген билдәләгәндәр. Һөҙөмтә булараҡ, “Эколайв Асҡын” тәүге уңышын йыйған.
Бизнес-шерифтар институты 2019 йылда республика Башлығы Р.Ф. Хәбиров башланғысы менән булдырылғайны. Улар муниципаль райондар һәм ҡала округтары хакимиәттәре башлыҡтарының урынбаҫары кимәлендәге статус биләй. Эшмәкәрлектәре урында һөҙөмтәле хеҙмәт мөхите булдырыуға, йүнселдәргә ярҙам күрһәтеүгә йүнәлтелгән.
Муниципалитетта һәр республика эшҡыуары үҙ бизнес-проектын тәҡдим итә ала. Тап ошоноң өсөн “Эшҡыуарлыҡ сәғәте” ойошторолған. Улар аҙна һайын үтә. Тулыраҡ мәғлүмәт менән ИнвестРБ порталында танышырға мөмкин.
Районығыҙҙағы бизнес-шериф хаҡындағы мәғлүмәтте республиканың Эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитеты сайтында <a href="https://biznestur.bashkortostan.ru/documents/other/270544/">https://biznestur.bashkortostan.ru/documents/other/270544/</a> һылтанмаһы буйынса табырға мөмкин.
Фото: leaders.bashkortostan.ru
Читайте нас