Яңауыл районы хакимиәте мәғлүмәттәренә ярашлы, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проекты сиктәрендә Башҡортостандағы кәрҫтиән (фермер) хужалыҡтарына берлектә финанслау шарты менән ауыл хужалығы гранттары бирелә.
2020 йыл йомғаҡтары буйынса Яңауыл фермерҙары араһындағы конкурста Яңы Уртауылдан Эльмир Сәлихов еңеп сыҡты. Әле уның хужалығында 100 баштан ашыу һыйыр иҫәпләнә.
“Яңы эш башлаған фермер булараҡ проектта ҡатнаштым. Яуланған грант аҡсаһына симменталь тоҡомло 43 тана һатып алдыҡ. Әле уларҙың барыһы ла тиерлек быҙауланы. Тәүлегенә тоннаға яҡын һөт һауып алабыҙ”, – тип шатлығы менән уртаҡлашты эшҡыуар.
“Агростартап” проекты республикала үҙ эшен яңы асҡан йүнселдәргә ауыл хужалығы өлкәһендә бизнесты үҫтереү һәм етештереү эшмәкәрлеге күләмен арттырыу мөмкинлеген бирә.
Фото: srk.nationalpriority.ru/press_releases/94530