Эшҡыуар
6 Май 2021, 06:30

Стәрлетамаҡ йүнселдәре ҡала фермаһы асмаҡсы

Әле улар продукцияны Стәрлетамаҡ һәм Өфө магазиндарына һата.

Стәрлетамаҡ ҡалаһы хакимиәте мәғлүмәттәренә ярашлы, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проекты сиктәрендә ҡала хакимиәте башлығы Владимир Куликов һәм уның урынбаҫарҙары ҡатнашлығында уҙғарылған “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”ндә аҙыҡ үләндәре һәм сәскәләре, салат үҫтереү проектын тикшерҙе.
Проект авторы, “Микрозелень” ғаилә фермаһы хужаһы Евгения Процкив аҙыҡ үләндәре үҫтереү үҙенсәлектәре тураһында һөйләне. Әле улар продукцияны Стәрлетамаҡ һәм Өфө магазиндарына, шулай уҡ йәмәғәт туҡланыуы учреждениеларына, заказ буйынса ҡала халҡына һата.
Киләсәктә йүнселдәр ҡала фермаһы асырға һәм аҙыҡ үләндәрен, тупраҡ файҙаланмайынса, вертикаль система буйынса үҫтерергә ниәтләй. Бының өсөн бина кәрәк. Хакимиәт башлығы Владимир Куликов “Ҡала ҡаҙнаһы” учреждениеһы директоры Ольга Николаеваға бина бүлеү йәһәтенән эшҡыуарға ярҙам итергә ҡушты.
Фото: cityopen.ru
Читайте нас