Эшҡыуар
7 Май 2021, 06:02

Сапай сырҙары дан яулар әле

Дәүләкән районының Сапай ауылындағы “Беҙҙең сыр” ауыл хужалығы кооперативы бына тигән сыр етештерә. Был предприятие “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм эшҡыуарлыҡ башланғыстарына ярҙам итеү” милли проекты нигеҙендә 3 миллион һумлыҡ грант отҡан.

Дәүләкән районының Сапай ауылындағы “Беҙҙең сыр” ауыл хужалығы кооперативы бына тигән сыр етештерә. Был предприятие “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм эшҡыуарлыҡ башланғыстарына ярҙам итеү” милли проекты нигеҙендә 3 миллион һумлыҡ грант отҡан.


Ошо эшкә башланғыс һалған Флүр Сәйетғәлиев үҙе ҡасандыр “Асылыкүл” колхозында бригадир, баш агроном һәм башҡа вазифаларҙы атҡарған. 2002 йылда Флүр Әнүәр улы үҙ эше менән шөғөлләнә башлаған, ә 2014 йылда иһә ул фермер булырға ҡарар иткән. Тап ошо йылда йүнсел “Ғаилә фермеры” грантын отҡан. Ошо аҡсаға Флүр Әнүәр улы симменталь тоҡомло 50 баш һыйыр һатып алған. Уға тиклем дә уның хужалығында 32 баш мал булған.


Әле Флүр Сәйетғәлиевтең крәҫтиән (фермер) хужалығы игенселек, малсылыҡ менән шөғөлләнә. Әле бына уның башланғысында “Беҙҙең сыр” тигән ауыл хужалығы кооперативы ойошторолған. Хәҙер бында ҡыҙҙырыу өсөн “Халуми”, итальянса “Качотта”, “Белпер Кнолле” швейцар сырҙары етештерелә.


Беҙ барғанда, һыуытҡыстарҙа сыр әҙерләнә ине. Артабан ул һатыуға сығарыла. Әлегә уны Өфөләге сауҙа кәштәләрендә генә табырға мөмкин, тиҙҙән ул йүнселдәрҙең тыуған районында ла һатыла башлаясаҡ.


Үҙ төбәгендә йәшәүҙе, эшләүҙе хуп күргән Флүр Сәйетғәлиевтең ҡатыны Тәнзилә Хөсәйен ҡыҙы ғүмер буйы башланғыс кластар уҡытыусыһы булып эшләгән. Уның хеҙмәт стажы – 40 йыл. Әле хаҡлы ялда булған ҡатын – иренең ныҡлы терәге, кәңәшсеһе. Баҫыу-яландарҙа эш ҡайнағанда, ул крәҫтиән (фермер) хужалығы эшсәндәренә ашарға әҙерләй.


Сәйетғәлиевтәрҙең ғаилә бәхетенең сере – тыуған ерҙә ең һыҙғанып эшләүҙә. Улдары Алмас менән ҡыҙҙары Гөлназ да, ата-әсәһе кеүек, бынамын тигән ғаилә ҡорған. Улар – ысын мәғәнәһендә үҙ эшенең оҫталары!
Читайте нас