Бөтә яңылыҡтар
Эшҡыуар
13 Май 2021, 11:30

Йүнселдәрҙе “Эшҡыуарлыҡ аҙналығы”нда көтәләр

Быйыл сара 24 – 28 майҙа үткәрелә.

Йыл һайын 26 майҙа Рәсәй эшҡыуарлығы көнө билдәләнә. Ошо дата айҡанлы Башҡортостандың Эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитеты “Башҡортостан Республикаһында эшҡыуарлыҡ аҙналығы”н уҙғара. Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проектына ярашлы тормошҡа ашырылған сара республикала йүнселдәрҙең эшмәкәрлеге өсөн уңайлы эш шарттары тыуҙырыуға, эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеүгә һәм уны танытыуға йүнәлтелә.
“Эшҡыуарлыҡ аҙналығы” төбәктә эшҡыуарлыҡ өлкәһен үҫтереүҙең мөһим мәсьәләләре буйынса ҡарар ҡабул итеү, көнүҙәк темаларҙы тикшереү өсөн майҙансыҡҡа әүерелде. Тематик сессияларға спикер сифатында дәүләт органдары, бизнесҡа булышлыҡ итеү һәм уны үҫтереү институттары вәкилдәре, билдәле эшҡыуарҙар һәм федераль кимәлдәге эксперттар саҡырыла.
– “Эшҡыуарлыҡ аҙналығы”нда быйыл да әүәлгесә мөһим һәм ҡыҙыҡлы мәсьәләләрҙе күтәреп, эшҡыуарлыҡты борсоған темалар буйынса фекер алышырбыҙ. Йүнселдәрҙе, шулай уҡ үҙ эшен башларға теләгән кешеләрҙе сараға саҡырабыҙ, – тине Башҡортостандың Эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитеты рәйесе Нияз Фазылов.
Быйыл “Эшҡыуарлыҡ аҙналығы” 24 – 28 майҙа “Киләсәк фабрикаһы” инновациялы эшҡыуарлыҡ йортонда (Өфө ҡалаһы, Тыныслыҡ урамы, 14) үткәрелә.
Фото: biznestur.bashkortostan.ru/presscenter/news/366201/
Читайте нас: