Бөтә яңылыҡтар
Эшҡыуар
23 Май 2021, 15:00

Республика Башлығы бизнес-шерифтар эшмәкәрлегенә баһа бирҙе

Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә райондарҙа булдырылған бизнес-шерифтарҙың эшмәкәрлеге, был өлкәләге ыңғай миҫалдар тураһында яҙҙы. Ул ҡайһы районды өлгө итеп ҡуйҙы?

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә райондарҙа булдырылған бизнес-шерифтарҙың эшмәкәрлегенә баһа бирҙе һәм был өлкәләге ыңғай күренештәргә туҡталды.
“Район башлыҡтарының иҡтисад буйынса урынбаҫарҙарына “бизнес-шериф” тигән диңгеҙ аръяғынан килеп ингән ниндәй атама уйлап таптығыҙ тип, мине күп әрләнеләр ҙә, тәнҡитләнеләр ҙә. Ике йыл самаһы ваҡыт үтте, бизнес-шерифтар составы яңырҙы. Бер миҫал тураһында һөйләгем килә. Кемдер өсөн, бәлки, әһәмиәте юҡ кеүек тойолор, ә минеңсә, бик лайыҡлы өлгө.
Мишкә районынан Виктория Хәзиева билдәле умартасылар династияһы – Зәйниевтар нәҫеленән. 2020 йылда ул, “АгроСтартап” программаһы буйынса алынған грант ярҙамында балды эшкәртеү һәм фасовкалау буйынса цех асты. Эшҡыуарлыҡты алып барыу өсөн яңы белем талап ителгәс, Виктория беҙҙең Ауыл хужалығы министрлығы ойошторған Фермерҙар мәктәбенә конкурс һайлап алыуы үтте.
Рәсәй экспорт үҙәге менән берлектәге эшмәкәрлеге һөҙөмтәһендә Виктория Хәзиева балдың тәүге партияһын Ҡаҙағстанға ебәреп тә өлгөрҙө. Унда беҙҙең башҡорт балы хаҡында бик яҡшы фекерҙәләр. 2020 йылда Викторияның компанияһы 480 000 һумға продукция етештерҙе, Мишкә районында ике яңы эш урыны булдырҙы.
2020 йылда Мишкә районында барлығы 39 “Эшҡыуарлыҡ сәғәте” үткәрелгән, быйылғы йылдың тәүге кварталында – 12. Уларҙа эшҡыуарҙарҙың 60 проекты ҡаралған. Әлеге көндә районда 261 бәләкәй эшҡыуарлыҡ субъекты эшләй (былтырғы күрһәткескә ҡарата +6).
Беҙҙең бизнес-шерифтарҙың төп бурысы – эшҡыуарҙарға Башҡортостанда булдырылған барлыҡ ярҙам саралары менән ҡулланыу мөмкинлеген булдырыу, төбәк һәм муниципаль власть органдары,эшҡыуарлыҡты яҡлау институттары араһында сифатлы һәм күп яҡлы хеҙмәттәшлек ойоштороу. Һөҙөмтәләргә ҡарағанда Мишкә районының бизнес-шерифы Динар Мортазин был бурысты менән бик яҡшы башҡара.
Иҫегеҙгә төшөрәм, аҙна һайын үткәрелгән “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”ндә ҡатнашыу өсөн Башҡортостан Республикаһының Инвестиция порталында ғариза ҡалдырырға кәрәк: https://investrb.ru/
Бизнес-шерифтар тураһында мәғлүмәт бында: https://biznestur.bashkortostan.ru/documents/other/27..
Республиканың бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарын яҡлау саралары тураһында көнүҙәк мәғлүмәт: https://biznestur.bashkortostan.ru
Барығыҙға ла уңыштар!” – тип яҙҙы Башҡортостан Башлығы.
Читайте нас: