Бөтә яңылыҡтар
Эшҡыуар
25 Май 2021, 12:19

“Аҡтирмән”ле ерҙән ҡот китмәҫ

“Тәү сиратта үҙеңде түгел, ә һатып алыусыны уйлау – уңыштың төп нигеҙе”, – ти Рима Күлбаева.

“Эшҡыуар ниҙер етештереүгә тотонған икән, шөғөлөн асыҡтан-асыҡ алып барырға тейеш: халыҡ барыһын да күреп-белеп торһон. Ғәҙеллек, сифатҡа ынтылыу, тәү сиратта үҙеңде түгел, һатып алыусыны уйлау – уңыштың төп нигеҙе. Ошо тармаҡта егерме йылдан ашыу эшләгән кеше булараҡ, был хәҡиҡәткә ныҡлы инанғанмын”, – ти Мәләүез ҡалаһындағы “Аҡтирмән” йәмғиәтенең коммерция буйынса етәксеһе Рима Күлбаева.
“Мин бит талҡанды үҙем эшләй алам!”


Үҙгәртеп ҡороу йылдары, ниндәй генә ауыр осор булмаһын, кешеләргә үҙ көсөн һынап ҡарау, төрлө һәләттәрен асыу, күңеленә яҡын шөғөлдө табыу мөмкинлеген бирҙе. Рима менән Заһир Күлбаевтарҙың тормошо ла тап үткән быуат аҙағында ҡырҡа боролош ала. Дәүләт ойошмаларында төрлө эштәр башҡарған ир һәм ҡатын, көстәрен берләштереп, 1998 йылда он эшләүгә тотона.
– Тәүҙән үк сифатты беренсе сиратҡа ҡуйҙыҡ, – ти Рима Сәйфетдин ҡыҙы. – Беҙ эшләгән онға ихтыяж ҙур ине, республиканың алыҫ райондарынан да килә торғайнылар. Тик бер нисә йылдан был кәсепте туҡтатырға мәжбүр булдыҡ. Сәбәбе аҡсала ла, эшселәрҙә лә, конкуренттарҙа ла түгел, ә һауа торошоноң тотороҡһоҙ­лоғонда. Үҙегеҙ ҙә беләһегеҙ бит, һуңғы йылдарҙа иртәгәһе көндөң нисек булырын аныҡ ҡына фаразлау мөмкин түгел. Элек, Туҡай әйтмешләй, “ел дә ваҡытында иҫеп, ямғыр ҙа ваҡытында яуа” ине. Һөҙөмтәлә ашлыҡ мәлендә йыйып алына, эшкәртелә торғайны. Һуңғы йылдарҙа иһә бындай мөмкинлектең кәмеүе ондоң сифатына кире йоғонто яһаны. Елемсә булмағас, һәйбәт продукция эшләй алмай башланыҡ. Әлбиттә, бындай осраҡта төрлө ҡушылмалар өҫтәп, проблеманы “хәл иткәндәр” бар ул. Беҙ ундай юлға баҫманыҡ.
Шулай Күлбаевтарҙың тормошо артабан тағы яңы боролош ала.

– Һынылышлы мәл булды, – тип хәтерләй ул осорҙо эшҡыуар. – Нимәгә тотонорға белмәйенсә, аптырап ҡалдыҡ. Шундай ауыр, билдәһеҙлек йонсотҡан ваҡытта бер хәл ҡараңғы юлды ҡапыл яҡтыртҡан нур кеүек булды. Таныштарым талҡан алып килгәйне. Ҡарау менән күрәм: таҙа түгел. Нисә йыл он менән шөғөлләнгәс, күҙ өйрәнеп бөткән бит инде. “Юҡ, – тим, – мин бындайҙы ашамайым”. Һәм шул ваҡытта башта йәшен тиҙлегендә идея тыуҙы: талҡанды үҙем эшләй алам даһа! Тап-таҙа, сифатлы итеп! Уйымды шунда уҡ иремә әйттем. Ул ихлас хупланы: “Ә ниңә тотонмаҫҡа? Беҙҙең бит он өсөн алынған ҡорамалдар ҙа эшһеҙ тора...”
Ниәт тотҡан шөғөлөбөҙҙө икәүләп баш баҫып өйрәнергә тотондоҡ. Эйе, ашлыҡты таҙар­тыу, йыуыу өсөн ҡорамалдарыбыҙ бар, хәҙер иһә киптерә, шыттыра торғандарын алһаҡ – рәхим итеп тотонорға була. Шулай итеп, бер аҙҙан эште башлап ебәрҙек. Ҡайһы бер элекке яйланмаларҙы талҡан өсөн ҡулайлаштырып алдыҡ.
Бына күрәһегеҙ: һалынған ашлыҡ махсус ҡорамалда бер нисә тапҡыр таҙартылып, йыуа торғанына ебәрелә. Барабанда ныҡлы йыуылғас, ошо ванналарға ҡойола ла шунда һигеҙ-туғыҙ сәғәт ята – бүртә. Унан шыттырырға һалабыҙ – бының өсөн утыҙ сәғәттән ашыу ваҡыт китә. Артабан иһә киптерергә ебәрелә.
Ҡарағыҙ, бер ниндәй сүп юҡ, тап-таҙа! Тәү сиратта сифатҡа өҫтөнлөк биргәс, эшебеҙ хаҡында ошолай барыһын да күрһәтеп, бер ниҙе йәшермәй һөйләй алам...
Күлбаевтарҙың был милли кәсеп менән шөғөлләнгәндәренә – хә­ҙер инде 12 йыл. Сеймалды үҙҙә­ренең Мәләүез фермер­ҙа­рынан алып, урындағы йүнсел­лекте бергәләп үҫтерә улар.


Хәләл сертификаты, яңы батондар, “имансәй”...


Шуныһы үҙенсәлекле: “Аҡтир­мән”дә эшләгәндәрҙең барыһы ла мосолман, һәммәһе лә дин тота, намаҙ уҡый. Араларындағы Роман Степанкин шулай уҡ эсмәй-тартмай, тәртипле. “Насар ғәҙәттәргә ваҡыт бүлмәгәс, яңғыҙы биш кешеләй эшләй”, – тип маҡтай уны Рима Сәйфетдин ҡыҙы.
– Әлбиттә, һәр хужа – дәүләт ойошмаһына етәкселек итәме ул йәки шәхси эшен алып барамы – тәртипле, ышаныслы хеҙмәткәр­ҙәр тупларға тырыша. Ә миңә әлеге юл үҙенән-үҙе асылды, – ти етәксе. – Тәүҙә эшселәр менән бер аҙ ҡыйыныраҡ булды. Өҫтәүенә ирем ауырып китте, һөҙөмтәлә бар йөк яңғыҙыма төшә ине. Ошондай мәлдә үҙебеҙҙең мосолман егеттәре ярҙамға килеп, шөкөр, эшебеҙ ырап, алға ыңғайланы. Шул ваҡыттан алып йүнһеҙ холоҡло, урлашҡан, эскән-тартҡан­дарға юлды яптыҡ. Һөҙөмтәлә күңелебеҙ тыныс, коллективтағы һәр кемгә ныҡлы ышанабыҙ, бер һүҙҙән аңлашып эшләйбеҙ. Үҙем дә күптән диндәмен. “Аҡтирмән”гә хәләл сертификаты алыуыбыҙ берҙәм ҡаҙаныш, тырышлыҡ һөҙөмтәһе булды.
Гел яңыға, үҫешкә ынтыла Күлбаевтар, бер урында тапанып тороу улар өсөн ят.

– Ирем, генераль директорыбыҙ Заһир Шакир улының идеялары ташып тора: эшмәкәрлегебеҙҙе замансалаштырыу, милли ризығыбыҙҙы төрләндереп, киңерәк таратыу, нығыраҡ танытыу маҡсаты менән янып, беҙҙе лә шул “ялҡыны” менән ялмап, дәртләндереп, йүгертеп эшләтә ул, – тип хәләл ефете менән ғорурланыуын йәшермәй Рима Сәйфетдин ҡыҙы. – Әле бына күптән түгел талҡандан кескәй батондар эшләй башланыҡ. Составы шундай: яртыһы – талҡан, ҡалған илле проценты – финик, күрәгә, йөҙөм. Барыһы ла юғары сортлы. Шул ҡәҙәр таҙа, тәбиғи ризыҡ! Үҙе ғәйәт туҡлыҡлы, оҙаҡ ваҡыт асыҡмай йөрөргә мөмкин. Ураҙа тотҡанда быға ныҡлы инандыҡ: иртән сәхәр эскәндә ошо яңы ризығыбыҙ табын түрендә булды. Ашҡаҙан өсөн дә файҙалы. Уны Өфөлә лә тарата башланыҡ инде. Һорағандар, ҡыҙыҡ­һынғандар күп, юл ыңғайы ла инеп алып китәләр.
Бер яҡ кәштәлә үлсәп төрөлгән үләндәр күҙгә салыныу менән: “Бәй, боланут! – тип ҡыҙыҡһынып киттек. – Уның менән дә шөғөлләнәһегеҙме ни?”

– Эйе, йыйып, киптереп, ошолай төрөп һатабыҙ. Файҙаһы шул ҡә­ҙәр күп бит – үҙебеҙ ҙә файҙа­ланабыҙ, – тине Рима апай. Унан өҫтәп ҡуйҙы. – Тик “боланут” тимә­йем мин уны. “Иванчай” булғас, “имансәй” тип йөрөтәм. Килешеп тора бит! Тыуған еребеҙҙе төйәк иткән, милли кәсебебеҙҙе үҫтереү­гә өлөш индергән, асылыбыҙға яҡынайтҡан, хеҙмәткә һәм сәләмәтлеккә ынтылдырған, тимәк, иманыбыҙға ҡайтарыр шифалы үлән! Имансәй киләсәктә халҡыбыҙ тормошона ныҡлы үтеп инер тип ышанам. Шул уҡ ваҡытта үҙебеҙҙең шифалы талҡан да.


* * *


“Аҡтирмән”дәре менән Мәләүездә генә түгел, тотош республикабыҙҙа таныла барған уңған, булдыҡлы, рухлы Күлбаевтар икеһе лә Күгәрсен районынан икән: Заһир Шакир улы Түләбай ауылы егете булһа, Рима Сәйфетдин ҡыҙы Йомағужала тыуған. Ике бала үҫтергәндәр. Улдары менән ҡыҙҙары күптән үҙаллы тормош ҡороп, ҙур ҡалаларҙа йәшәй.
– Ә бына ейәнсәребеҙ яныбыҙҙа, – ти Рима Сәйфетдин ҡыҙы ҙур ҡәнәғәтлек менән. – Үҙе теләп, олатай-өләсәй эргәһендә булам тип, Мәләүездәге күп профилле һөнәри колледжда уҡып йөрөй. Кисә бына Өфөгә барып килдек: ейәнсәребеҙ бер республика конкурсында беренсе урынды яулағайны, бүләкләү тантанаһында ҡатнаштыҡ. Кис Мәләүезгә ҡайтып ингәс, ҡыҙыбыҙ: “Их, олатай, өләсәй! Ҡайһылай рәхәт үҙебеҙҙә!” – тип еңел һулап ҡуйҙы. Ҙур ҡалаларҙы яратмай шул ул, өҫтәүенә ғаиләбеҙҙең милли кәсебен ихлас өйрәнә, креатив кәңәштәре менән ярҙам итеп, күңелебеҙгә йәштәрсә дәрт, “ҡуҙ” өҫтәп тора. Алла бирһә, ҡыҙыбыҙ беҙҙең юлды дауам итер тип ышанабыҙ.
...Тирмәнле урын борондан мул, етеш ер тип һаналған. Бөгөн ошо юлды дауам иткән башҡорт кәсепселәре, матди байлыҡҡа өҫтәп, халҡыбыҙҙың йән һәм тән сәләмәтлеген дә ихлас хәстәрләй. Эйе, тирмән генә түгел, ә “Аҡтирмән” бит ул. Алда ла, һис шикһеҙ, исеме менән есеме бер бөтөн булып, халҡыбыҙ мәнфәғәтендә эшләр!
Читайте нас: