Бөтә яңылыҡтар
Эшҡыуар
25 Май 2021, 12:21

Һәр эшҡыуарға ишектәре асыҡ

Бизнес менән шөғөлләнгәндәргә, үҙ кәсебенә тотонорға теләгәндәргә ярҙам итеү, шарттар тыуҙырыу йәһәтенән Мәләүездә комплекслы эш алып барыла.

Бизнес менән шөғөлләнгәндәргә, үҙ кәсебенә тотонорға теләгәндәргә ярҙам итеү, шарттар тыуҙырыу йәһәтенән Мәләүездә комплекслы эш алып барыла.
“Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыс­тарына булышлыҡ итеү” милли проектына ярашлы район хакимиәте тарафынан, уның ныҡлы контролендә алып барылған эштәр араһында күпселекте быға тиклем ауыл хужалығы тармағына ҡарағандар тәшкил итһә, хәҙер иһә башҡа өлкәләргә ингәндәр ҙә күбәйә. Даими үткәрелеп килгән “Эшҡыуарлыҡ сәғәте” кәңәшмәләренең темалары – быға аныҡ дәлил. Уларҙа үҙ кәсебенә яңы тотонғандар ҙа, электән бизнес алып барғандар ҙа ҡатнаша.
Мәҫәлән, күптән түгел уҙғарылған сараларҙың береһендә инвестор – “Астра” йәмғиәтенең коммерция директоры Вячеслав Севрюков ошо яҡта бизнес йәйелдереү юлдары хаҡында һөйләгән. Проектҡа ярашлы, “Федоровка ҡулсаһы”на алыҫ түгел урында яңы күп функциялы юл буйы сервисы барлыҡҡа киләсәк. Ул үҙ эсенә заманса кафены, махсус йыһазландырылған туҡталҡаны, ҡунаҡхананы һәм яғыулыҡ ҡойоу станцияһын аласаҡ. Инвестиция күләме – 140 миллион һум тирәһе. Ун биш кешегә хеҙмәт урыны булдырыу ҡаралған.
Тағы бер “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”ндә сәнәғәт проекты тикшерелгән. Күп йыллыҡ хеҙмәт стажына, юғары квалификациялы разрядҡа эйә иретеп-йәбештереүсе Винер Бикташев металл изделиелары етештереү буйынса цех асырға ниәтләй. Хакимиәттәге комиссия был проектты ла хуплаған, субсидия алыуға документтар әҙерләү йәһәтенән тейешле ярҙам күрһә­телгән.
“Эшҡыуарлыҡ сәғәте” хеҙмәт урыны булмағандарға һәм матди яҡтан аҙ тәьмин ителгәндәргә ныҡлы иғтибар бүлә: адреслы социаль ярҙам буйынса проекттар тәү сиратта ҡарала. Ошо нигеҙҙә байтаҡ кешегә үҙ кәсебен башлап ебәреү өсөн Рәсәйҙең Хеҙмәт һәм социаль яҡлау министрлығы линияһы буйынса 250-шәр мең һум аҡса бирелгән. “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”ндә ҡаралған проекттар араһында, өҫтөнлөклө булыуына ҡарап, артабан республика кимәленә сыҡҡандар ҙа бар.
Дөйөм алғанда, бөгөн Мәләүез районында бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡтың ике мең самаһы субъекты бар. Был йәһәттән күрһәткес республика Башлығы Радий Хәбировтың ҡарары буйынса бизнес-шерифтар институты асылғас бермә-бер артҡан. “Эшҡыуарҙарҙың проблемаларын уртаға һалып һөйләшеү, уларҙың бизнес-идеяларын ҡарау, үҫтереү, төрлө яҡлап ярҙам итеү күптән кәрәк ине, – ти Мәләүез йүнселдәре. – Хәҙер ике арала “күпер” нығынды, был, һис шикһеҙ, республиканың инвестиция мөхитен яҡшыртыуға килтерәсәк”.
Читайте нас: