Бөтә яңылыҡтар
Эшҡыуар
27 Май 2021, 18:30

Нефтекама абруйлы конкурста еңде

Мәртәбәле премияны тапшырыу тантанаһы Мәскәүҙә булды.

Нефтекама ҡалаһы хакимиәтенең эшҡыуарҙарға ярҙам күрһәтеү тәжрибәһе “Бизнес-Уңыш” милли премияһының федераль этабында танылыу алды.
Ҡала “Эшҡыуарлыҡҡа ярҙам күрһәтеүҙең һәм инвестиция шарттарын яҡшыртыуҙың иң яҡшы муниципаль практикаһы” номинацияһында еңеп сыҡты. Премияны тапшырыу тантанаһы Мәскәүҙә булды.
"Ҡалалағы идарасылар командаһы эшҡыуарҙар менән берлектә ҙур эш башҡарҙы. Республика өсөн был еңеү – бизнесты үҫтереү өсөн тағы ла уңайлыраҡ һәм һөҙөмтәлерәк шарттары тыуҙырыуға өҫтәмә этәргес. Йылдам социаль-иҡтисади үҫеш биләмәһе статусы һәм йүнселдәр өсөн ундағы һалым ташламалары ҡалала яңы предприятиелар асыуға, өҫтәмә эш урындары булдырыуға булышлыҡ итә, ә был ҡала иҡтисадын тотороҡландыра, әлбиттә", – тине иҡтисади үҫеш һәм инновация сәйәсәте министры урынбаҫары Екатерина Кликунова.
"Беҙ эшҡыуарлыҡҡа ярҙам институттарын үҫтерәбеҙ, инвесторҙар, йүнселдәр өсөн кәрәкле инфраструктура һәм уңайлы шарттар булдырабыҙ. Ә абруйлы федераль конкурста еңеүебеҙ дөрөҫ йүнәлештә барыуыбыҙҙы күрһәтте. Ҡала төрлө производстволар ойоштороу өсөн уңайлы ерҙә урынлашҡан: федераль автомобиль һәм тимер юлдар, һыу магистралдәре – Кама һәм Ағиҙел йылғалары. Әммә иң мөһиме – сәнәғәттең барлыҡ тармаҡтары өсөн кадрҙар бар", – тине Нефтекама ҡалаһы хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Ратмир Мәүлиев.
Фото: pravitelstvorb.ru
Читайте нас: