Бөтә яңылыҡтар
Эшҡыуар
1 Июнь 2021, 23:00

Эшҡыуар балаларға автомобиль бүләк итте!

Ул приюттарға, мәктәптәргә, балалар йорттарына 11 миллион һумдан ашыу күләмдә хәйриә ярҙамы күрһәткән.

“Стимул” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең генераль директоры Илсур Нәбиуллин Мәләүез районының Воскресенск ауылы балаларына автомобиль бүләк итте.
"Изге ниәт менән йәшәргә кәрәк. Бер-беребеҙгә ярҙам итергә, балаларҙы хәстәрләргә тейешбеҙ. Улар беҙҙең һөйөүҙе, булышлыҡты, хәстәрлекте тойоп йәшәргә тейеш", – тине ул.
Илсур Ғәйнетдин улы бер нисә йыл инде меценат, Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәтенең “Ҡатын-ҡыҙ – милләт әсәһе”, “Йәшлек-шоу”, “Наҙлы бала саҡ” проектының бағыусыһы булып тора. Ул приюттарға, мәктәптәргә, балалар йорттарына 11 миллион һумдан ашыу күләмдә хәйриә ярҙамы күрһәткән.
"Етемдәр, концерттарҙа һәм художество үҙешмәкәрлегендә сығыш яһаған һәләтле балалар ауылдан концерт майҙансыҡтарына рейс автобустарында йөрөргә мәжбүр ине. Урынға барып еткәнсә уларҙың хәлдәре лә ҡалмай. Хәҙер Илсур Ғәйнетдин улының ярҙамы менән автобуслы булдыҡ, хатта эсендә кондиционеры ла бар", – ти Наталья Смирнова.
Илсур Нәбиуллин – “Атайсал” проекты лидеры. Былтыр ул “Ҡурай даны” республика телевизион конкурсында “Йыл меценаты” номинацияһында еңеү яулаған, ә 2014 йылда “Йылдың социаль эшҡыуары” республика конкурсында беренсе урын алған.
Фото: ufaved.info
Сығанаҡ: ufaved.info (Мария АПКАРИМОВА)
Читайте нас: