Бөтә яңылыҡтар
Эшҡыуар
3 Июнь 2021, 20:06

“БашИнком”: еңеүҙәр һәм ҡаҙаныштарға – 30 йыл!

Предприятиеның яҡты киләсәге бар.

Башлап йөрөүсенең юлы еңел түгел һәм һәр саҡ һикәлтәле, әммә ул ғына уңышҡа илтә ала. “БашИнком” фәнни-ғәмәлгә индереү предприятиеһының тәжрибәһе лә шуны раҫлай, 30 йыл эсендә ул яулаған уңыштарға илебеҙ тарихындағы иң ҡатмарлы осорҙа барлыҡҡа килгән башҡа хеҙмәт коллективтары көнләшерлек.


Сауҙа маркалары ихтирам яуланы


“БашИнком” – Рәсәйҙә генә тү­гел, яҡындағы һәм алыҫ сит илдәрҙә берҙән-бер биопродукция етештергән предприятие. Уңышлы эшләү һөҙөмтәһендә компания биопрепараттар һәм биологик әүҙем ашлама баҙарында алдынғы урынды биләй. Предприятиеның етеш­тереү ассортиментында үҫемлек­селек һәм малсылыҡ өсөн йөҙҙән ашыу исемдәге биопродукция иҫәпләнә. Уның “Фитосперин-М”, “Ж”, “Гуми”, “Бионекс-Кеми”, “Биополимик”, “Богатый”, “Стерня-12”, “Биолипостим” һәм башҡа серия­лағы препараттары һәм ашламалары ауыл хужалығында ҙур ихтыяж менән файҙалана.


“Органик Тере Ер эшкәртеү” системаһында шәхси ярҙамсы хужалыҡ өсөн биопрепараттар һәм биологик әүҙем ашлама етештереү ҙә компанияның мөһим эш йүнә­лештәре булып тора. Уларҙың ассортименты 200-ҙән ашыу исемде үҙ эсенә ала.


1991 йылда берҙәм идея – Башҡортостанда баҫыуҙар, йәшел­сә түтәлдәре һәм баҡсаларҙың уңдырышлылығын арттырыу өсөн юғары йоғонтоло биопрепараттар етештереүҙе яйға һалыу – менән рухланған йәш фекерҙәштәр тиҙ арала экологик яҡтан таҙа биопродукция эшләп сығарыуға тотонған. Үҙенең тәүге продуктын – “Гуми 20” ашламаһын – предприятие 1992 йылда баҙарға сығарған. Препарат һирәк осраған үҙенсәлектәргә эйә: гумин – матдәләр юғары кимәлдә тупланған биологик әүҙем состав, оптималь молекуляр ауырлыҡтағы микроэлементтар ҡатнашмаһы.


“Гуми” ашламаһының башҡа гуматтарҙан айырмаһы – үтә юғары (субмолекуляр кимәлгә яҡын) һәм шул уҡ ваҡытта оптималь дисперсия кимәле. Әлеге мәлгә “Гуми” препараттары серияһы йоғонто­лолоҡ һәм хаҡ нисбәттәре буйынса барыһынан да өҫтөнөрәк. 2000 йылда “Фитоспорин-М” биопрепаратын эшләү компанияның үҫе­шендәге төп уңыштарҙың береһе булған. Фәҡәт тәбиғи нигеҙҙәге биофунгицид “Фитоспорин” серияһы­нан булған хәүефһеҙ биопестицидтар линияһына юл асҡан. “Гуми” һәм “Фитоспорин” сауҙа маркалары Рәсәйҙә лә, унан ситтә лә ихтирам яуланы.


Яңы препараттар уйлап табылды


Һуңғы йылдарҙа предприятие продукция ассортиментын бай­таҡҡа киңәйткән. Түбәндәге биопрепараттар һәм биологик әүҙем ашламалар етештерелә башланы:

– “Богатый” серияһы препараттары;

– “Борогум” серияһының бороорганик гуми ашламаһы;

– “Бионекс-Кеми” серияһының һыуҙа ирегән һәм шыйыҡ ашламаһы;

– “БиоПолимик” һәм “БашПолимик” серияһының микроашламалары;

– тупраҡты һауыҡтырыу, үҫем­лек ҡалдыҡтарының тарҡалыуын тиҙләтеү өсөн “Стерня-12” микробиологик препараты;

– “Биолипостим” инновацион биологик йәбештергесе.


Бөгөн компания “БиоАзФК” комплекслы биопрепараты етеште­реүҙе арттыра башланы. Ул – үҫемлектәрҙең төп минераль туҡланыу элементтарын үҙләште­реүен йәнләндергән юғары йоғон­толо микробиологик ашлама.


“Фитоспорин” серияһы препараттары яңы юғары йоғонтоло биофунгицид – “Фитоспорин М, Ж (АС)” препараты менән тулыландырылды. Уның составына, файҙалы микроорганизмдарҙан тыш, аминокислота, фитогормондар һәм башҡа биологик әүҙем компоненттар инә.


Ҡуҙаҡлы культуралар өсөн “Ризобаш” инокулянты эшләнгән һәм етештерелә, ул азот ашламаһын һаҡсыл тотоноу мөмкинлеген бирә. Бынан тыш, яңы препараттарҙан “Туринбаш-А” һәм “Туринбаш-М” уңышлы һынау үтте.


“Хозяин Плодородия с Микоризой” тип аталған препаратты – азотты туплаған, фосфор һәм калийҙы йәнләндергән бактериялар һәм бәшмәктәр нигеҙендәге органик гумин ашламаһын – телгә алыу ҙа урынлы булыр.


Эш иретмәһенең тотороҡло­лоғон, ашламаларҙың йоғонтоһон көсәйтеүҙе тәьмин итеү өсөн компания һелтелекте көйләгән “Радужный” препараты етештерә башланы.


Компания малсылыҡ өсөн препараттар эшләүгә лә ҙур иғтибар бирә. Улар иҫәбендә – “Ветоспорин-Ж” (“СпасиЦып”, “Спаси сосунка теленка”, “Спаси сосунка поросенка”, “Спаси сосунка кролика”) һәм “Ветоспорин-Актив” серияһын­дағы дауалау-иҫкәртеү пробиотик мал аҙығы өҫтәмәләре, “Силостан” силос әсеткеһе, витамин-аминокислота комплекстары (“Гепалан”, быҙаулағандан һуң бирелгән “Бовител” коктейле, “Промелакт”, “Быҙауҙар өсөн биодарин”, “Сусҡа балалары өсөн биодарин”, “Себештәр өсөн биодарин”), ҡош һәм мал тиҙәген ферментлаған микробиологик препараттар (“Агробриз”), йылы биологик түшәлмә әҙерләү өсөн препараттар. Шулай уҡ компания умартасылыҡ өсөн “Ҡорттарҙы ҡотҡар”, “Апитабип”, “Пчелонормосил” препараттары уйлап тапты.


Инновациялар – беренсе урында


Компанияла тупраҡ һәм үҫемлек өлгөләренән табылған сир ҡуҙғытҡыстарға ҡаршы йоғонтоло штамдар һәм комплекстар эшләү ҙә йылдам бара. Илдә беренсе тапҡыр микроорганизмдарҙың селекцияһын тиҙләтеү өсөн роботлаштырылған яһалма интеллект системалары (КЭМО һәм П) ҡулланыла башланы.


Иң мөһиме – 30 йыл эсендә “БашИнком” фәнни-ғәмәлгә инде­реү предприятиеһының продукция­һы илебеҙҙең төрлө төбәктәрендә һәм башҡа дәүләттәрҙә ауыл хужалығы культураларын үҫтереү технологиялары өсөн кәрәкле элементҡа әйләнде. Был иһә Башҡортостандың ошо алдынғы предприятиеһы продукцияһының сифат һәм йоғонтололоҡ күрһәт­кесе булып тора. Быларҙың ба­рыһы ла ғалимдарҙың, инженер­ҙарҙың, биологтарҙың, маркетолог­тарҙың һәм башҡа белгестәрҙең тынғыһыҙ ғилми эҙләнеүҙәре, тығыҙ хеҙмәттәшлеге аша мөмкин булды.


Белешмә өсөн: “БашИнком” фәнни-ғәмәлгә индереү пред­приятие­һы илдең аграр өлкәһе өсөн йылына 24 мең тоннанан ашыу үтә кәрәкле продукция етештерә. Компания продукцияһы ҡулланылған дөйөм майҙан ете миллион гектарға етте. “Abercade” бойондороҡһоҙ тикшеренеү компанияһы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, үҫемлектәрҙе микробиологик һаҡлау баҙарында “БашИнком”дың өлөшө 40 процентҡа етә.


Утыҙ йыл эсендә “БашИнком” юғары технологиялы ҡеүәтле фәнни һәм ғәмәлгә индереү предприятиеһына әйләнде, уның составына ике логистика үҙәге, бер нисә завод инә. Етештереү биналарының дөйөм майҙаны 250 мең квадрат метрға еткерелде. Бөгөн компанияла 600 самаһы кеше эшләй. Улар араһында 28 биология һәм ауыл хужалығы фәндәре докторҙары һәм кандидаттары, ғилми хеҙмәткәрҙәр, микробиологтар, фитопатологтар, химиктар, лаборанттар, аппаратсылар һәм башҡалар бар.


Шуныһы ҡыҙыҡлы: предприя­тиеның ошо дәүерҙәге эше уның үҙе тапҡан килеме иҫәбенә бара. Ул ғына ла түгел, һәр биш йыл һайын бында етештерелгән продукция күләме биш тапҡырға арта.


“БашИнком” предприятиеһының директоры техник фәндәр кандидаты, Башҡортостан Республика­һының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре Вячеслав Кузнецов үҙ тирәһенә егәрле, эшкә һәләтле, ижади, билдәһеҙ юлдан барып та теләгән һөҙөмтәләргә өлгәшә алған команда туплай алған.


Совет осоронан һуң барлыҡҡа килгән күп кенә эшмәкәрлек структураларында йыш ҡына үҙ есемен аҡламаған яңғырауыҡлы исемле­ләре бар. Ә бына “БашИнком” – Башҡортостан инновация компа­нияһы – осрағында барыһы ла тап килеп тора. Инновациялар – беренсе урында. Уларҙы тыуҙырған кешеләр кеүек үк. Предприятиеның умыртҡа һөйәген “БашИнком”дағы эште туғандарса яҡын һәм ғүмерлек тип һанаған кешеләр тәшкил итә. Ә был иһә бер генә нәмәне аңлата – компанияны яҡты киләсәк көтә.


Реклама.


Баҡсасылар, ауыл эшсәндәре, берләшәйек!


“БашИнком” ғилми-ғәмәлгә индереү предприятиеһы “Жизненки” яңы халыҡ проектында ҡатнашыусыларҙы эҙләй. Әгәр һин әүҙемһең, үҙ баҡсаң бар, ер эшкәрткәндә химикаттар ҡулланмайһың, экологик яҡтан таҙа йәшелсә үҫтереп аҡса эшләргә теләйһең икән, фекерҙәштәр командаһында көтәбеҙ!


Беҙ һине сифатлы, уңдырышлы орлоҡ менән тәьмин итербеҙ, тупраҡҡа агрохимик анализ яһап, кәрәкле тәбиғи биоашламалар һайларбыҙ, кәрәкһә – ерҙе лә һөрөп бирербеҙ. Тағы ла мул уңыш алырлыҡ технологияны өйрәтербеҙ, уңышты һатыу йәһәтенән дә ярҙам итербеҙ. Беҙгә ҡушылырға әҙер булһаң, шылтырат! Бәйләнеш өсөн телефон: +7 (917) 453-88-24.
Мул уңыш артынан ҡыуып, ауыл хужалығында байтаҡ ағыулы химикаттар ҡулланыла. Шул уҡ ваҡытта пестицидтар кеше организмына эләгеп, уны ағыулай, хатта үлемгә килтереүе лә ихтимал. Ағыулы канцерогендар яман шеш, мутациялар тыуҙыра, иммун системаһын ҡаҡшата.

“Жизненки” – халыҡты һауыҡтырыу проекты. Ул биоашламалар ҡулланып үҫтерелгән таҙа аҙыҡ-түлек етештереүгә, бер үк ваҡытта үҙ тырышлығың менән аҡса эшләүгә ҡорола.
Читайте нас: