Бөтә яңылыҡтар
Эшҡыуар
3 Июнь 2021, 19:55

“Йәшен, мине урап үтеп, мейескә инеп олаҡты...”

“Ватан” етәксеһе бала саҡтан ҡурсалау тоя.

Ғәйнетдин Ғәзиз улы Мөхәмәтов – ошо хужалыҡты тәүге көндәренән алып етәкләгән оҫта ойоштороусы ла, ҡыҙыҡлы әңгәмәсе лә. Уның ауыл хужалығында утыҙ йылдан ашыу эшмәкәрлеге һәм тормош тәжрибәһе тураһында һөйләгәнен тыңлап ултырһаң, иҫ китерлек. Беҙҙәге баҙар иҡтисадына һәм йәмғиәттең үҙенсәлектәренә ҡағылышлы ниндәй генә һынауҙар аша үтмәгән был шәхес. Күптән түгел ул етәкселек иткән “Ватан” ауыл хужалығы етештереү кооперативы үҙенең 20 йыллығын билдәләне.


Уңғандарға сик кәрәкмәй


Көйөргәҙе районының Ҡунаҡбай ауылында улар ғаиләлә алты малай үҫкән. Шуныһы иғтибарға лайыҡ: атаһы мал йәнле һәм көн-төн эштән туҡтамаған уңған кеше булһа, әсәһе үҙҙәре үҫтергәнде йәки етештергәнде һата белгән, хатта еләк йәки балан кеүек емеш йыйып та сауҙаға сығарған, йәғни Ғәйнетдин Ғәзиз улы эшкә һәләтле­лекте лә, беҙҙең заманға кәрәге тейәсәк йүнселлек ҡанундарын да бала саҡтан үҙенә һеңдергән.
Бер саҡ, хәтерләүенсә, ауыл советы рәйесе өйҙәренә килеп: “Ғәзиз ағай, закон бер аттан да күберәк тоторға ҡушмай, ҡалған йылҡы малыңды һуйырға тура килер”, – тигән. Ҡайҙа барһын, атаһы буйһонорға мәжбүр булған. “Атайым оло йәштә булғас, яратҡан атымды үҙемә һуйырға тура килде, шул саҡта уның кеше һымаҡ күҙ йәше тамыҙып торғанын бер ҡасан да онотмам”, – ти эшҡыуар. Тимәк, совет осорондағы ғәҙелһеҙлекте һәм уңғанлыҡты сикләүҙәрен дә ул күңелендә ҡалдырған, артабан етәкселек эшендә лә был хәтирә­ләр һабаҡ булмай ҡалмағандыр.
– Үҫеп еткәс, һөйләнеләр: бер саҡ, иҙәндә уйнап ултырғанда, тыштан йәшен тубы атылып ингән дә, минең тирәләй бер-ике әйләнгәс, мейес ауыҙына инеп киткән. Мин быны үҙемә күктәрҙән ебәрелгән ҡурсалау, ғүмер буйы бәлә-ҡазанан һаҡлап торған “гарантия” тип ҡабул итәм, – тип йылмая кооператив баш­лығы. – Бер ҡараһаң, ысынлап та, тормошомда һәм хужалыҡ эшендә барыһы ла уң килеп торҙо. Кооперативтың эшмәкәрлегенә ҡыҫы­лып, ниндәйҙер баҫым яһап йөрөгәндәрҙең дә был мата­шыуҙары барып сыҡманы.


Ул барыһын да нулдән башлаған


Ғәйнетдин Ғәзиз улы һөйлә­үен­сә, ул үҙ алдына ҡуйған төп маҡ­сатҡа – хужалыҡты күп тармаҡлы һәм юғары килемле итеүгә – өлгәшкән. Институт тамамлап, инженер-иҡтисадсы һөнәре алып ҡайтҡас та, уңған ауыл егете фермер хужалығын ойоштора, артабан – 2001 йылдың 11 майында – ул “Ватан” ауыл хужалығы етештереү кооперативына әйләнә. Уның ошо эшмәкәрлегендәге тағы бер ҙур үҙенсәлек иғтибарға лайыҡ: хужа­лыҡ, күп кенә ошондай коллектив­тарҙан айырмалы, элекке колхозды “прихватизациялау” нигеҙендә тү­гел, ә буш урында барлыҡҡа килгән.
Хәҙерге ваҡытта был предприятие – үҙен тулыһынса тәьмин иткән һәм табышлы эшләгән хужалыҡ. Етәксе әйтеүенсә, ул ғәмәлдә кредит алмай, йәғни даими рәүештә үҙ ресурстары иҫәбенә йәшәйҙәр. “Ватан” – күп тармаҡлы предприятие: үҫемлекселек, йылҡысылыҡ һәм ит ризыҡтары етештереү күптән яйға һалынһа, 2014 йылдан алып республика хужалыҡтары өсөн элиталы орлоҡ етештереү һәм һатыу ҙа ойошто­ролған. Хужа­лыҡ – районда орлоҡсолоҡ менән шөғөлләнгән берҙән-бер коллектив, йыл һайын ул бер мең тоннаға тиклем орлоҡ һата икән. Техник база заман талаптарына яуап бирерлек, бында 50 берәмектән ашыу ауыл хужалығы машинаһы эшләй.
– Әммә беҙҙең өсөн аңлашылып етмәгән шундай хәл бар: кемдәр орлоҡ һатып ала, уларға дәүләт дотация бирә, әммә бөтәһе лә был ярҙамға өлгәшә алмай, – ти Ғәйнетдин Ғәзиз улы. – Ни өсөн тигәндә, был бик ҡатмарлы – тиҙ генә кәрәкле документтар әҙерләп тапшырырға кәрәк, ә һуңынан дотация биреүҙән баш тарталар: ҡағыҙҙар, йәнәһе, дөрөҫ тултырыл­маған, йә булмаһа, аҡса таратылып бөткән... Ә бит хужалыҡ ошондай дотацияға өмөт иткән. Уны орлоҡ һатып алыусыға түгел, ә етеш­тереүсегә бирһәләр, ҡулайлыраҡ та булыр ине. Ундай хужалыҡтар Башҡортостанда 60-лап ҡына иҫәпләнә, ә орлоҡ һатып алыусылар – меңдән ашыу. Ябай фер­мер­ҙың орлоҡто тулы хаҡына һатып алырға аҡсаһы юҡ, ә беҙ, до­тация алғас, уны ярты хаҡына ла бирә башлар инек. Контроль органдарына ла, ошо мең хужа­лыҡты тикшергәнсе, бер нисә тиҫтә предприятие менән эшләү еңе­лерәк булыр ине. Вице-премьер Илшат Фәзрахмановҡа рәхмәт – ул күп кенә тәҡдим һәм идеяларымды яҡлап сыҡты. Дотацияға ҡағылышлы ошо мәсьәлә буйынса ла айыҡ аҡыл еңер, тип ышанам.
Шулай ҙа төп йүнәлеште бында йылҡы­сылыҡ алып тора. Аттар һаны 600-гә етә, ә ки­ләсәктә уларҙы бер мең башҡа тиклем үрсетергә ниәтләйҙәр. Был эшендә хужалыҡ аҙыҡ-түлек сәнәғәтенә сеймал биреп тороусы түгел, ә ҡулланыусыға барып етергә, йәғни эшкәртелгән ризыҡты кибеттәрҙә һатырға ынтыла. Был сауҙа нөктәләрендә тултырма, шул иҫәптән ҡаҙылыҡ, зиннәтле ит ризыҡтары, фарш, йылҡы һәм һыйыр ите тулып ята. Бынан тыш, хужалыҡ 2003 йылдан алып үҙендә етештерелгән ҡымыҙ ҙа тәҡдим итә. Ошо маҡсатҡа өлгәшеү өсөн үҙ заманында тултырма цехы һәм тирмән һатып алынған, Күмертау ҡалаһында күптән инде ике кибет эшләй.


Кадрҙарға ҡытлыҡ юҡ


“Ватан” хәйриә эшмәкәрлегендә лә әүҙем ҡатнаша, Көйөргәҙе ра­йонының мәғариф, мәҙәниәт һәм һаулыҡ һаҡлау учреждениеларына тотороҡло ярҙам күрһәтелә. Хужа­лыҡта даими нигеҙҙә эшләгәндәр һаны 35 кешегә етә, ҡыҙыу миҙгел­дәрҙә улар ике тапҡырға артып китә, эшләгән халыҡты көнөнә өс тапҡыр бушлай ашаталар, шәхси хужалығында мал аҫрағандарға бесән, һалам килтерелә, сирләгән­дәрҙе шифаханаға ебәрәләр, шуға күрә хужалыҡта кадрҙар алмашыныуы юҡ дәрәжәһендә.
– Ҡайһы бер эшҡыуарҙар үҙҙә­рендә хеҙмәт хаҡын байтаҡҡа һуң­латып бирергә, аҙыраҡ түләргә ынтыла, йәнәһе, табыш алалар, – ти Ғәйнетдин Ғәзиз улы. – Һөҙөмтәлә кадрҙар йыш китә, улар урынына теләһә кемде алырға мәжбүрҙәр. Әйтәйек, машинаға йүнләп идара итә алмаған эскесенең техниканы боҙоуы ла ихтимал. Ә ул тиҫтә­ләрсә миллион һум тора. Отош урынына ғәйәт ҙур зыян күрелә түгелме? Беҙ иһә бер айҙа ла эш хаҡы түләмәй ҡалғаныбыҙ юҡ.


Мең ярым гектар – һәйбәт өҫтәмә


Илебеҙ ауыл хужалығында һуңғы бер нисә тиҫтә йылда барған үҙгәрештәрҙең үҙәгендә ҡайнаған белгестең, тәбиғи, бөтә был ваҡиғаларға үҙ ҡарашы бар.
– Мин фермерлыҡ менән шөғөл­ләнә баш­лаған осорҙа республика етәкселеге колхоз­дарҙы һаҡлап ҡалыу курсын дауам итә ине, ә фер­мерҙарға ул заманда шикләнеп ҡаранылар, – ти ул. – Ул саҡта кол­хоздарҙың матди-техник базаһы көслө, кадрҙары етерлек ине, әммә уларҙың иҡтисади хәле йылдан-йыл насарая барҙы. Рәсәйҙең күп төбәктәрендә, мәҫәлән, Ырымбур өлкәһендә, уларҙы яҡлауҙан баш тарттылар. Ул яҡтарҙа тәүҙә бөл­гөнлөк хөкөм һөрҙө, артабан милек­селәр синыфы барлыҡҡа килде һәм тиҙ арала етештереүҙе аяҡҡа баҫтырҙылар. Ни өсөн тиһегеҙме? Сөнки элекке колхоздарҙың мөлкә­те, техникаһы, эшләрлек кадрҙары һаҡланғайны әле. Ә беҙҙә колхоздарҙың был ресурстары юҡҡа сыҡҡас ҡына үҙгәртеп ҡороуға тотондолар, ләкин һуң ине инде.


Пландар алға әйҙәй


Барыһын да кадрҙар хәл итә икәнлеге тураһындағы ябай хәҡиҡәтте иҫкә төшөрмәй булмай был хужалыҡта. Ә уның киләсәккә пландары ла ҙур:

l йылҡы ите ҡулланып эшләгән яңы билмән цехы;

l мал һуйыу майҙансығын үҙгәртеп ҡороу;

l малсылыҡҡа өсөн аҙыҡ база­һын киңәйтеү өсөн сәсеү майҙа­нын кәмендә ике мең гектарға арттырыу;

l хужалыҡта етештерелгән продукцияны һатыу өсөн Мәләүез, Салауат, Стәр­летамаҡ, Өфө, Санкт-Петербург, Мәскәү ҡалала­рында сауҙа селтәрҙәре булдырыу.
Ошо пландарҙы тормошҡа ашырыу өсөн 50 миллион һум самаһы инвестиция кәрәк. “Ватан” ауыл хужалығы етештереү кооперативы ҙур инвестицияны ла үҙләште­рерлек ҡеүәткә эйә, шуға күрә ул һәр төрлө үҫеш программаһында ҡатнашырға әҙер.
Читайте нас: