Бөтә яңылыҡтар
Эшҡыуар
15 Июнь 2021, 13:45

Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ аяҡҡа баҫа

Ағымдағы йылдың биш айы йомғаҡтары ыңғай динамика күрһәтә, йыл башынан алып эшҡыуарҙар һаны 3,5 мең берәмеккә артҡан.

Бөгөн Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә республиканың Эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитеты рәйесе Нияз Фазылов Башҡортостанда уҙған эшҡыуарлыҡ аҙналығына йомғаҡ яһаны.
– Былтырғы ауыр пандемия шарттарына ҡарамай, Башҡортостандың бәләкәй һәм урта эшҡыуарлығы яйлап аяҡҡа баҫа башланы. Ағымдағы йылдың биш айы йомғаҡтары ыңғай динамика күрһәтә, йыл башынан алып эшҡыуарҙар һаны 3,5 мең берәмеккә артты. Беренсе квартал һөҙөмтәләре буйынса, бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарынан килгән һалым күләме 2,1 миллиард һум тәшкил иткән, был былтырғы менән сағыштырғанда 24 процентҡа күберәк, – тине ул.
Республикала эшҡыуарҙарға ошо йүнәлештәге милли проект һәм республиканың үҙ дәүләт программаһы ярҙам итә.
Эшҡыуарлыҡ аҙналығына килгәндә, быйыл ул 24-нән 28 майға тиклем ойошторолдо. Был ҙур эшлекле сара 1999 йылдан алып үткәрелеп килә. Быйыл унда еңел булмаған 2020 йыл һәм уның эҙемтәләре, киренән көс туплау һәм эшҡыуарлыҡты тергеҙеү тураһында һөйләшеү булды.
Аҙналыҡ “Киләсәк фабрикаһы” инновациялы эшҡыуарлыҡ йортонда үткән һәм биш тематик көнгә бүленгән. Уларға ярашлы эшҡыуарҙар хоҡуҡтары, стартаптар көнө, креатив индустрия, социаль эшҡыуарлыҡ һәм бизнес-шерифтар көнө булды.
– Дөйөм алғанда, Эшҡыуарлыҡ аҙналығы сиктәрендә 18 сара үткәрелде. Уларҙа 60 спикер һәм эксперт ҡатнашты. Сараларҙы 700 эшҡыуар, студенттар һәм бизнесын асырға теләгән кешеләр килеп ҡараны, – тине ул. – Киләһе йылда был сараны республика ғына түгел, ә һәр районда үткәрергә йыйынабыҙ. Был ҡыҙыҡһыныуы булған күберәк кешеләрҙе йәлеп итеү мөмкинлеге бирәсәк.
Читайте нас: