Бөтә яңылыҡтар
Эшҡыуар
21 Июнь 2021, 13:15

578 объектты йүнселдәр файҙалана ала

Башҡортостанда 578 күсемһеҙ милек объекты бизнес өсөн буш майҙандар исемлегенә индерелде.

Башҡортостанда 578 күсемһеҙ милек объекты бизнес өсөн буш майҙандар исемлегенә индерелде. Был майҙандар эшҡыуарҙарға ташламалы шарттарҙа ҡуртымға биреү өсөн тәғәйенләнә. Документ бөтә республика буйынса урынлашҡан торлаҡҡа ҡарамаған биналарҙы үҙ эсенә алған.
Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министры Наталья Полянская әйтеүенсә, был исемлекте министрлыҡ сайтында (https://mzio.bashkortostan.ru/documents/active/346033/) һәм Башҡортостандың Инвестиция порталында (https://investrb.ru/ru/business/support/matrix/ ) табырға мөмкин. Ведомство шулай уҡ бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарына файҙаланыуға биреү өсөн өсөнсө берәмектәр хоҡуғынан азат булған дәүләт милке исемлеген төҙөй. Документта 53 күсемһеҙ милек объекты һәм алты ер участкаһы тураһында мәғлүмәт бар.
Фото: nedvigdom.ru
Сығанаҡ: pravitelstvorb.ru
Читайте нас: