Бөтә яңылыҡтар
Эшҡыуар
21 Июнь 2021, 17:30

Йүнселдәр өсөн мөһим мәсьәләләр ҡарала

23 июндә эшҡыуарҙар өсөн бөтә Рәсәй конференцияһы була.

23 июндә “Торатау” конгресс-холында “ЗАБИЗНЕС: төбәктәр рейтингы. Башҡортостан Республикаһы” бөтә Рәсәй конференцияһы уҙғарыла.
Унда ҡатнашыусылар бизнесҡа баҫым яһау мәсьәләләре, контроль-күҙәтеү эшмәкәрлеге практикаһында Башҡортостан йүнселдәре өсөн иң ауыр проблемалар, эшҡыуарҙарҙың мөрәжәғәттәре менән эшләүҙә власть органдары ғәмәлдәрендә яңы стандарттар булдырыу һәм көс структуралары эшендә асыҡлыҡты арттырыу йәһәтенән тәҡдимдәр, республикала эшҡыуарлыҡҡа дәүләт ярҙамы саралары буйынса фекер алыша.
Фото: pravitelstvorb.ru/ru/press-office/news.php?ELEMENT_ID=51882
Сығанаҡ: pravitelstvorb.ru
Читайте нас: