Бөтә яңылыҡтар
Эшҡыуар
22 Июнь 2021, 13:15

Эшҡыуарҙар өсөн вебинар була

Яңы эш башлаған йүнселдәр маркетплейста үҙҙәренең тәүге тауарын урынлаштыра ала.

Wildberries Рәсәй интернет-ритейлеры Моноҡалаларҙы үҫтереү фонды, Иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрлығы ярҙамы менән 28 июндә Башҡортостандың муниципаль берәмектәрендәге эшҡыуарҙар өсөн маркетплейсты файҙаланыу мөмкинлеге тураһында вебинар үткәрә.
Яңы эш башлаған йүнселдәр, шул иҫәптән йылдам социаль-иҡтисади үҫеш биләмәһе резиденттары маркетплейста онлайн тәртибендә үҙҙәренең тәүге тауарын урынлаштыра һәм майҙансыҡ мөмкинлектәре тураһында хәбәрҙар була ала.
Вебинар мөмкин тиклем файҙалы үтһен тиһәгеҙ, һорауҙарҙы һәм тәҡдимдәрҙе алдан ебәрәргә була. Вебинар һылтанмаһы теркәлгәндән һуң, электрон почтаға ебәрелә. Теркәлеү һәм һорауҙарҙы ебәреү өсөн адрес: https://docs.google.com/spreadsheets/d/1v3pHmBgntIv_Erm4a-RQu9cNWaeSueyia959jo95GS8/edit?usp=sharing.
Фото: pravitelstvorb.ru/ru/press-office/news.php?ELEMENT_ID=51906
Сығанаҡ: pravitelstvorb.ru
Читайте нас: