Бөтә яңылыҡтар
Эшҡыуар
23 Июнь 2021, 19:30

Хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөлдө

Радий Хәбиров “Эшҡыуарҙарҙың мөрәжәғәттәре менән эшләү өсөн платформа” ойошмаһының генераль директоры Элина Сидоренко менән осрашты.

Бөгөн Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Эшҡыуарҙарҙың мөрәжәғәттәре менән эшләү өсөн платформа” коммерцияға ҡарамаған автономиялы ойошмаһының генераль директоры Элина Сидоренко менән осрашты. Яҡтар хеҙмәттәшлекте үҫтереү мөмкинлектәре, бәләкәй һәм урта бизнесҡа ярҙам сараларын камиллаштырыу мәсьәләләре буйынса фекер алышты.
– Беҙ эшҡыуарлыҡ секторына етди иғтибар бирәбеҙ, айырыуса бизнесҡа административ баҫымды кәметеү йәһәтенән. Ябай булмаған 2021 йылда эшҡыуарлыҡ субъекттары һаны өс меңдән ашыуға артҡан. Беҙ ошо тенденцияны һаҡлап ҡалыуға өмөт итәбеҙ, – тине Радий Хәбиров. – Был йәһәттән бизнес менән туранан-тура эш итеү һәм мәсьәләләрҙе йылдам хәл итеү ҙур әһәмиәткә эйә. “Бизнес өсөн” һанлы платформаһының эш форматы ошо бурыстарҙы уңышлы тормошҡа ашырыу мөмкинлеген бирә. Башҡортостандан тиҫтәләрсә предприятие һеҙҙең менән әүҙем хеҙмәттәшлек итә башлаған да инде.
Элина Сидоренко бизнестың эш әүҙемлеген һәм республика яғынан уға һөҙөмтәле ярҙам күрһәтелеүен билдәләне.
Осрашыу аҙағында Радий Хәбиров һәм Элина Сидоренко Башҡортостан Хөкүмәте менән Эшҡыуарҙарҙың мөрәжәғәттәре менән эшләү өсөн платформа араһындағы хеҙмәттәшлек тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйҙы.
Фото: glavarb.ru/rus/press_serv/novosti/143031.html йылда төбәктә
Сығанаҡ: glavarb.ru
Читайте нас: