Бөтә яңылыҡтар
Эшҡыуар
27 Июнь 2021, 21:00

Башҡорт балын етештереүселәр заман шарттарына яраҡлаша

“Ҡырағай бал” компанияһы республикала йылдам үҫеш алған туризм тармағына ҡушылған.

Күгәрсен районы Мораҡ ауылында оҙаҡ йылдар “Ҡырағай бал” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте эшләп килә. 2003 йылда асылған был йәмғиәт үҙ умарталыҡтарында айыртылған балды һауыттарға тултырып, һатыуға оҙатыу менән шөғөлләнә ине. Һуңғы йылдарҙа ойошма өр-яңы йүнәлештәрҙе үҙләштерә.

Күгәрсен районы эшҡыуары Руслан Ғүмәров етәкселек иткән был ойошманың үҙенсәлеге халҡыбыҙҙың әүәлдән килгән кәсебен заман технологиялары һәм трендтары менән яраштырыуҙан, юғары сифатлы бал етештереп һатыуҙан һәм умартасылыҡты туризм менән бәйләүҙән ғибәрәт.

2017 йылда балды кремға әйләндереү ҡоролмаһын үҙләштергәндәр. 2018 йылда Дағстандан алынған таш тирмәндә сәтләүек, етен орлоғо, көнбағыш, ҡабаҡ емешен онтап, урбеч эшләй башлағандар. Шифалы үләндәрҙән үлән сәйҙәре, киптерелгән еләк менән умартасылыҡ биргән шифалы матдәләрҙе ҡушып, кәнфиттәр етештерәләр.

Ә былтыр “Башҡорт балы” ауыл хужалығы кооперативы яулаған грантҡа гомогенизатор, сублимациялау аппараты, бал һурҙырыу ҡоролмаһы алынған. “Ҡырағай бал” йәмғиәте ошо кооператив ағзаһы булып тора, һәм ҡорамалдар уның яңыртылған цехына урынлаштырылған. Яңы аппараттар балды экспортҡа әҙерләү өсөн бик кәрәк буласаҡ, шулай уҡ сәләмәтлек өсөн файҙалы продукция төрҙәрен арттырыу мөмкинлеген дә биргән. Эште балауыҙ көйәһен сублимациялауҙан башлағандар.

Быйыл “Ҡырағай бал” компанияһы республикала йылдам үҫеш алған туризм тармағына ҡушылған. Ошо йәй башында солоҡ умарталығы асылған. Был хаҡта компанияның етәксеһе Руслан Ғүмәров былай ти: «Солоҡ умарталығын асыуға мине умартасылыҡтағы оҙайлы тәжрибәм һәм һатып алыусыларҙың, йәнәһе, “солоҡ” балы тип аталған, ғәмәлдә ҡәҙимге балға балауыҙ һәм прополис ҡушып яһалған балды бик ҡиммәткә алыуҙары өсөн әсенеү этәрҙе... Беҙ балды солоҡтағы телдәре менән һатырға уйлайбыҙ. Кешеләрҙең ысын балдан ауыҙ итеүен теләйбеҙ!»

Йәркәй сәсән ҡаяһы аҫтындағы “Ир-ат көсө” шишмәһе буйында урынлашҡан яңы умарталыҡта 10 солоҡ умартаһы, 50 түмәр умарта бар. Туристар һуҡмағы ошо умарталыҡ аша үтә. Ял итеү өсөн шарттар тыуҙырылған.

Солоҡ умарталығын һәм яңыртылған цехты асыу тантанаһы район ғына түгел, республика кимәлендәге сараға әүерелде. Унда республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары-ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов, сауҙа министры урынбаҫары Валерий Белов, район хакимиәте башлығы Ғайса Янбаев ҡатнашты.

Сарала ҡатнашыусылар умарталыҡта ла, цехта ла булды. Солоҡсо Хәлил ҡунаҡтарҙы солоҡ умартаһы менән таныштырҙы.

Руслан Рәҡит улы киләһе йылға пландары менән уртаҡлашты: “Киләһе йыл беҙ тулы ҡанлы туристик маршрут һалырға уйлайбыҙ, – тине ул. – Туристар Эйек йылғаһы буйлап һалынған һуҡмаҡ буйлап үтәсәк, артабан уларҙы умарталыҡ буйлап атлы маршрут көтәсәк. Солоҡсо уларҙы солоҡтоң нисек хеҙмәтләндерелеүе менән таныштырасаҡ, теләгәндәр башҡорт солоҡсоһо булып ҡарай аласаҡ, артабан усаҡта бешерелгән төшкө аш... Шунан ҡунаҡтар Мораҡ ауылындағы цехҡа йүнәләсәк”.

Мораҡтағы цехҡа килгәндә, ул да быйыл реконструкция үткән, яңы ҡорамалдарҙы урынлаштырыу өсөн 150 квадрат метрлы төкәтмә төҙөлгән. Ошонда уҡ экостилдәге күргәҙмә залы йыһазларға йыйыналар, унда килеүселәр умартасылыҡтың борондан ҡулланылған кәрәк-ярағын ҡараясаҡ, ҙур ағас өҫтәл артына ултырып,
бал ризыҡтарын тәмләй аласаҡ. Цехта магазин асылған, унда продукцияны күмәртәле хаҡҡа һатып алырға була, бүләк өсөн йыйылмалар ҙа, башҡорт сувенирҙары ла бар.

Компания етештергән продукция Өфөгә, Мәскәүгә һәм Рәсәйҙең башҡа ҡалаларына оҙатыла. “Ҡырағай бал” бренды билдәлелек яулай бара, ул сит илдәргә лә юл ярыр, моғайын.
https://vk.com/vitapchelka
Читайте нас: