Бөтә яңылыҡтар
Эшҡыуар
6 Июль 2021, 17:30

Бурыс – бизнес-шерифтар эшен яйға һалыу

10 муниципаль берәмектә был вазифаға әле булһа кеше юҡ.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров муниципалитеттарға бизнес-шерифтар институты эшмәкәрлеген яйға һалырға ҡушты. Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә уларҙың эшенә анализ яһалды.
Эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитеты рәйесе Нияз Фазылов әйтеүенсә, республикала бизнес-шерифтар институты ике йыл эшләй, ошо осонҙа 39 бизнес-шериф алмашынған. Шул уҡ ваҡытта 10 муниципаль берәмектә был вазифаға әле булһа кеше юҡ.
2021 йылдың тәүге яртыһында муниципаль кимәлдә бизнес-шерифтар ҡатнашлығында 1452 “Эшҡыуарлыҡ сәғәте” үткәрелгән уларҙа 1,8 мең проект ҡаралған. 1 июлгә ҡала һәм райондарҙа 2,6 миллиард һумлыҡ 337 инвестиция проекты тормошҡа ашырылған. Улар буйынса 1,3 мең эш урыны булдырыу күҙаллана. Йәнә 760 проект тормошҡа ашырыу стадияһында.
Нияз Фазылов әйтеүенсә, 28 муниципаль берәмектә бизнес-шерифтар өҫтәмә рәүештә муниципаль хеҙмәт күрһәтеү, һатып алыуҙарҙы ойоштороу, миграция, халыҡ иҫәбен алыу, хеҙмәт мөнәсәбәттәрен законлаштырыу, мобилизация әҙерелеге, мәктәптә туҡланыу, торлаҡ-коммуналь өлкә мәсьәләләрен дә көйләй.
– Ҡайһы бер муниципалитеттарҙа бизнес-шерифтарҙың әүҙем эшләүенә ҡарамаҫтан, миңә ошо йәһәттән дөйөм республикалағы хәл оҡшамай. Күп кенә райондарҙа уларға вазифа буйынса тейеш булмаған бурыстарҙы йөкмәтәләр, эште башҡарыуҙа тәртип юҡ, тормошҡа ашырылған инвестиция проекттарын тулы ҡеүәтенә үҫтермәйҙәр, – тине Радий Хәбиров. – Район башлыҡтарына ошо мәсьәләне ике ай эсендә хәл итеп, бизнес-шерифтарҙың вакант урындарына компетентлы белгестәр алыу бурысын ҡуям.
Фото: glavarb.ru
Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас: