Бөтә яңылыҡтар
Эшҡыуар
16 Июль 2021, 10:26

Милли кейемгә ихтыяж ҙур

Башҡорт һәм мосолман кейемдәре һатыусы Гөлфирә Сөйөшеваны хәҙер республикабыҙҙың һәр төбәгендә тиерлек танып беләләр.

Сибайҙа эшләгән сағында уҡ интернет аша заказдар ҡабул итеп, төрлө район һәм ҡала кешеләре менән тығыҙ сауҙа бәйләнештәре булдырған ине ул. Быйыл яҙ, Өфөгә күсеп килеп, халыҡты хеҙмәтләндереү даирәһен күпкә киңәйтте, милли кейемгә ихтыяжды ҡәнәғәтләндереү йәһәтенән ҙур уңышҡа өлгәште.

– Баш ҡалала магазин асыу тураһында хыял ҡорғанда һатып алыусыларҙың былай күп булырын уйламай ҙа инек, – тип һөйөнөсөн уртаҡлашты Гөлфирә Рафаҡ ҡыҙы. – Моғайын, халыҡтың әүҙемлеге иң тәүҙә былтырғы марттан бирле һуҙылып килгән карантиндың бөтөүенә бәйлелер. Шулай уҡ яҙғы айҙарҙа, республикала милли кейем фестиваленә әҙерлек барғанда, күлдәк, камзул, биҙәүестәр һорап мөрәжәғәт итеүселәр ҡапыл ныҡ артты. Артабан төрлө район һәм ҡалаларҙа ырыу йыйындары ойошторола, һабантуйҙар үткәрелә башланы, Шәжәрә байрамдары ла йыш булып тора. Тимәк, эшләргә лә эшләргә әле.Эшҡыуар үҙе Баймаҡ районының Түбәнге Таһир ауылынан. Сибай педучилищеһында башланғыс кластар уҡытыусыһы һөнәрен алғас, Баймаҡ интернат-мәктәбендә эшләгән, унан ары, ситтән тороп Башҡорт дәүләт университетының Сибай институтында юридик факультетты тамамлап, хоҡуҡи ярҙам өлкәһендә мәшғүл булған. Бер аҙҙан, мосолман кейемдәренә ихтыяждың ҙурлығын тойоп, ире Ирек менән Сибайҙа “Ғимран” тигән магазин асып ебәргәндәр. – Йыл ярым самаһы элек милли биҙәкле түбәтәйҙәр һата башлағайныҡ, аҙаҡ милли орнаментлы түшәк-юрған һәм башҡа нәмәләр өҫтәлде. Былтыр көҙ башҡорт күлдәктәре тегергә ҡарар иттек. Матур оҙон күлдәктәрҙе ауылда, ҡалала, эштә, урам буйында – һәр ерҙә – кинәнеп кейеп йөрөһөндәр, тип теләнек. Бөгөнгә ябай халыҡтың ҡыҙыҡһыныуы арта барыуы тойола, әлбиттә, шулай ҙа күлдәктәребеҙҙе башлыса сәхнә кешеләре, ағинәйҙәр алдырта. Өләсәйемдән ҡалған ҡомартҡыны файҙаланып, француз яулыҡтары эшләй башлағайныҡ, уныһы бигерәк тә үтемле тауар булып сыҡты, – тип һөйләй йүнсел ханым. – Ағас күрке – япраҡ, әҙәм күрке – сепрәк, тиҙәр. Кейемдәрҙе һатҡанда замандаштарымдың күңелен күтәреүҙе, төҫ-ҡиәфәттәрен яҡтыртыуҙы ғына уйлайым. Эйе, минең өсөн был – бизнес булыуҙан бигерәк башҡортлоҡ бурысы. Шуға ла тәҡдим иткән әйберҙәребеҙҙең хаҡы түбән, сифаты юғары.

- Даян МӘЖИТОВ.

Читайте нас: