Бөтә яңылыҡтар
Эшҡыуар
16 Июль 2021, 10:54

Һөт ризыҡтары ла, икмәк-бәлештәре лә үтемле

Илеш районында “Һөт” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте  2001 йылдан эшләй.

 Уны Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре Ришат Ғәлиев ойошторған. Шул ваҡыттан бирле ул – предприятиеның алмаштырғыһыҙ етәксеһе.

Ришат Мөнәүир улы пред­прия­тиеһының эшмәкәр­легенә оло яуаплылыҡ менән ҡарай, ул – йүнсел хужа, егәрле белгес, оҫта ойоштороусы ла. Үҙ көсө һәм белеме менән компанияның Башҡорт­остан һөт ризыҡтары баҙа­рында ныҡлы урын алыуына өлгәшкән. 

Ришат Ғәлиев Рәсәйҙең “Ак­тион-МЦФЭР” медиа­төр­көмө төҙөгән компаниялар етәкселәре рейтингында “Аҙыҡ-түлек һәм эсемлектәр” тармағында Башҡортостан буйынса 42-се урынды биләй. Рейтингта директорҙың һөнәри оҫталығы, сифатлы эше, яуаплылығы, маҡсатҡа ынтылышлылығы предприя­тиеға баҙарҙа лайыҡлы урын биләргә ярҙам итеүе билдәләнә.

2019 йылда компания 117,8 миллион һум килем ал­ған. Предприятие яҡын-тирә райондарҙан һөт йыя һәм эшкәртә: Саҡмағош, Борай, Баҡалы, Дүртөйлө, Краснокама, Ҡалтасы, Яңауыл, Татар­с­тандың Аҡтаныш райондары ошо исемлектә. Һыйыр малы аҫраған, ләкин үҙенең эшкәр­теү базаһы булмаған фермер­ҙар өсөн был бик ҡулай. Үрге Йәркәй предприятиеһы көнөнә 20–30-ар тонна һөт йыя, ҡаймаҡ, һөт, эремсек, һөт өҫтө, кефир, ҡатыҡ, ряженка, биокефир, адыгей сыры, йогурт, эремсек етештерә.

Һөт ризыҡтарын сауҙа селтәренә сығарыу эше лә күптән яйға һалынған. Сифатлы һәм тәмле продукцияны Нефтекама, Дүртөйлө, Өфө магазиндары һата. Һатып алыусылар ҙа Илеш һөт аҙыҡ­тарының сифатлы икәнен белә. 

Компанияның белгестәре, хеҙмәткәрҙәре вазифа бурыс­тарын еренә еткереп баш­ҡара. Баш технолог Айһылыу Вәлиева, цех мастеры Флиҙә Фәррәхова предприятиеның сәғәт кеүек эшләп тороуын, бөтә технологик процестарҙың тейешенсә үтәлеүен ойоштора. Фират Шәйехнуров продукцияны ҡаптарға тултырыу өсөн яуаплы. Ул көнөнә 3 тоннаға тиклем һөттө ҡаптарға ҡоя. Көн һайын 10 тонна һөт ризығы фасовкалана һәм магазиндарға оҙатыла. 

Әлбиттә, бөтә эш механи­за­цияланған, һөт цехында ҡорамалдар яңыртылған, эш урындары таҙа, уңайлы. Заманса техника һәм технологиялар был ауыр, ваҡ эште лә еңеләйтә. Тик ҡорамал­дарға дөрөҫ идара итеү генә кәрәк. 

Башҡортостанда һөт етештереү йылдан-йыл арта. Табышлы тармаҡта фермер хужалыҡтары ла ишәйә, шуға Ришат Ғәлиевтең предприя­тиеһына сеймалһыҙ ҡалыу янамай. Киреһенсә, төбәктә һөт күбәйә. Шуға директорҙың ассортиментты киңәйтеү, сыр һәм май етештерә башлау пландары ла тормошҡа ашыр, тип ышанырға була. 

Үрге Йәркәйҙәге Хоҙайбир­ҙин урамы, 11/1-се бинала һөт ризыҡтары цехы менән бергә Ришат Ғәлиевтең икмәк­ханаһы ла гөрләп эшләп тора. Икмәк һәм ҡалас-күмәс, бәлеш бешереү дүрт сменала алып барыла. Икмәкхананың баш технологы Ләйсән Вәлиева етәкселегендә 17 кеше эшләй. 

Бындағы ризыҡтарҙың ассортименты ла бай. Алты төрлө ҡалас бешерелә. Шулай уҡ матнакаш, күмәс, сәк-сәк, төрлө бәлеш, батон, ҡыҫ­тыбый, пицца кеүек йәмғеһе 88 төрлө ризыҡ етештерә икмәкханала эшләгән уңған ханымдар. Раушания Фәти­хова, Шахло Баймәтова икмәк һалыу оҫтаһы булып таныл­ған. Фәнүзә Айытҡолова, Лилиә Мөхиәрова, Ләйсән Хажиева сәк-сәк һәм башҡа тәмле-татлы изделиеларҙы телде йоторлоҡ итеп әҙерләй. 

Ришат Мөнәүир улы Ғә­лиев оҙаҡ йылдар эшләгән тәжрибәле эшҡыуар булһа ла, заман талаптарына яраҡ­лашыуҙы, белемен артты­рыуҙы мотлаҡ тип һанай. Иҫ киткес йылдам үҙгәреш кисергән дәүерҙә  шунһыҙ мөмкин дә түгел. 

- Гөлсирә СӘХИЕВА.

Читайте нас: