Бөтә яңылыҡтар
Эшҡыуар
27 Июль 2021, 12:11

Ирҙәр эше генә тимәгеҙ...

Кәримә УСМАНОВА
Фото:Кәримә УСМАНОВА

Һуңғы ваҡытта гүзәл заттарҙың эшҡыуарлыҡҡа килеүе һоҡландыра. Күптәре шәхси эшен асып, төрлө йүнәлеште үҙләштерә. Берәүҙәр социаль эшҡыуарлыҡты һайлай, икенселәр малсылыҡ, үҫемлекселек, йәшелсәселек, ҡортсолоҡ буйынса махсуслаша.

Хәйбулла районы үҙәгендә ҡатын-ҡыҙҙар өсөн  ятыраҡ магазин асҡан Луиза Абыҙгилдинаға күптәр башта бер аҙ шикләнеп тә ҡарай. “Нисек инде ҡатын-ҡыҙ автомобилдәр өсөн кәрәк-яраҡ һатыуҙы үҙ иткән?” тип аптырайҙар. Әммә заман менән йәнәш атлаған ханым бөгөн баҙар иҡтисадында ҙур ихтыяж тыу­ҙырған, район халҡын хеҙмәтләндереүҙә иң кәрәкле булған йүнәлеште һайлап яңылышмай. Ә бит барыһы ла уйламағанда килеп сыға.

Ивановка ауылында тыуып үҫкән Луиза Марат ҡыҙы, Сибай педагогия училищеһын ҡыҙыл дипломға бөтөп, хеҙмәт юлын тыуған яғында башлай. Артабан Магнитогорск дәүләт университетын тамамлай, мәктәптә социаль педагог булып эшләй. 2009 йылда ул Аҡъярҙағы “Техника” магазинында эшләй, бер үк ваҡытта автокредит йүнәлешендә лә эш алып бара. Халыҡтың күпләп “тимер ат”ҡа өҫтөнлөк биреүен, автомобилгә кәрәкле запчасть таба алмай интегеүен, кредит юллау буйынса төрлө ҡаршылыҡтарға осрауын күреп, уларға бар яҡлап ярҙам ҡулы һуҙырға тырышҡан Луиза үҙ эшен асып ҡарамаҡсы була. Атаһы ла үҙенән өйрәнеп рулгә ултырған ҡыҙының теләгенә ҡаршы килмәй.

2011 йылда Ринат Мәмбәтов менән сәстәрен сәскә бәйләп, йәштәр туйға төшкән аҡсаға шәхси эштәрен аса. Иренең техниканы яҡшы белеүе лә ярап ҡала. Ғаилә бизнесын улар магазин асыуҙан башлай. Тәүҙә район үҙәгенән ер һатып алып, “Автозвук” тип аталған магазин асып ебәрәләр, аҙаҡ клиенттарға ошонда уҡ автомобилгә радиоалғыс ҡуйыу, тәҙрәләрҙе тонировкалау буйынса хеҙмәт тәҡдим ителә. Магазин янында “тимер аттар”ҙы ремонтлау, тәгәрмәстәрен алмаштырыу хеҙмәттәрен күрһәткән оҫтахана асыла. “Тимер ат” докторы булып тормош иптәше эшләй, ә Луиза Марат ҡыҙы магазинға тауар килтереү эшен үҙ иңенә ала. Бөгөн эшҡыуар дүрт кешегә хеҙмәт урыны булдырған. Тағы ла өс кешене эшкә йәлеп итәсәктәр.

– Эшем үҙемә бик оҡшай. Бала саҡтан “тимер ат”ҡа ғашиҡмын. Атайымдың водитель булыуы ла йоғонто яһамай ҡалмағандыр. Күптәр минең йәштә велосипедҡа атлана, ә миңә атайым машинаһын ышанып тапшырҙы. 2006 йылдан алып рулдәмен, 7-се моделдән башлағайным, әле дүрт автомобиль яңыртып, сит ил машинаһын йүгәнләнем. Был һөнәр күңелемә яҡын, һәр клиент менән айырым эшләйбеҙ, тиһәк тә була. Уларҙың ниндәй автомобилде йүгәнләүенә ҡарап, үҙ хеҙмәтебеҙҙе тәҡдим итәбеҙ, кәрәкле запчасть йәки автомобиль аксессуарҙарын һайлашабыҙ. Йәштәр сит ил техникаһын үҙ итә, олораҡтар Рәсәйҙә етештерелгәненә өҫтөнлөк бирә, – ти йүнсел ҡатын.

Әйткәндәй, Аҡъяр эшҡыуары бағыусылыҡ эшендә лә ҙур ярҙам күрһәтә, төрлө социаль проекттарҙа ҡатнаша, балалар йортона үҙ өлө­шөн индерә. Төрлө йылдарҙа район буйынса эшҡыуарлыҡ йүнәлешендә бихисап Маҡтау ҡағыҙҙары, рәхмәт хаттарына лайыҡ булған, “Йыл эшҡыуары” исемен яулаған.

Эшендә генә түгел, ғаиләһендә лә бәхетле ул. Тормоштарын йәмләп, Бәхтийәр исемле улдары үҫә, ул да, ата-әсәһе кеүек, техника менән ҡыҙыҡһына. Ниндәй генә машиналары юҡ уның. Киләсәктә, һис шикһеҙ, улдарының да ата-әсә юлын лайыҡлы дауам итәсәгенә ышаныс ҙур.

Нәзәкәтле ханымдың, тимер-томор, техника кәрәк-ярағы араһында ҡояштай балҡып, үҙ һатып алыусылары менән ихлас аралашыуын күреп, уның был өлкәне ихлас үҙ итеүенә инанаһың.

Кәримә УСМАНОВА.

Читайте нас: