Бөтә яңылыҡтар
Эшҡыуар
30 Июль 2021, 09:30

Йәштәр стрит-кафе асмаҡсы

Улар йәмәғәт туҡланыуын ойоштороуҙа практик күнекмәләргә һәм уңышлы тәжрибәгә эйә.

Йәштәр стрит-кафе асмаҡсы
Йәштәр стрит-кафе асмаҡсы

Дүртөйлө районы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарына булышлыҡ итеү” милли проектына ярашлы, районда аҙна һайын “Эшҡыуарлыҡ сәғәте” уҙғарыла.

Йәш ғаилә йәмәғәт туҡланыуын ойоштороуҙа практик күнекмәләргә һәм уңышлы тәжрибәгә эйә. Улар урамда туҡланыуҙы ойоштороу йәһәтенән дә көсөн һынап ҡарамаҡсы. Ошо хыялды тормошҡа ашырыу өсөн ҡулай майҙансыҡ һайларға кәрәк.

“Беҙ Дүртөйлө ҡалаһының иң йәнле, халыҡ күп йөрөгән урындарының береһендә урам кафеһы асырға теләйбеҙ. Майҙансыҡ әллә ҡайҙан күҙгә салынып, тышҡы йөҙө, шарттары менән үҙен йәлеп итеп торһа, бигерәк тә һәйбәт. Быға тиклем беҙ сауҙа үҙәгендә эшләй инек. Әле иһә сағыу һәм ҡыҙыҡлы урында дөйөм туҡланыу нөктәһе асҡыбыҙ килә”, – ти эшҡыуарҙар.

Йәштәргә бизнесты үҫтереү өсөн бер нисә майҙансыҡ тәҡдим иттеләр. Һөҙөмтәлә улар сауҙа үҙәге эргәһендәге участканы оҡшатты.

#ВладимирПутин

#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: durtuli.bashkortostan.ru/presscenter/news/384094/

Сығанаҡ: СРК | Инфоповод (nationalpriority.ru)

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас: