

“Эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнеүебеҙгә күп тә түгел. Бәлки, шуғалыр ҙа эшебеҙ артыҡ ырамай. Һуңғы ваҡытта йүнселдәргә дәүләт ярҙамы сараларынан файҙаланайыҡмы икән, тип уйлана башланыҡ...
Фәтих.
Ғафури районы”.
– Башҡортостан Республикаһының инвестиция порталы (investrb.ru) барлыҡ категориялағы эшҡыуарҙар өсөн төбәктә йәшәгәндәрҙең эшҡыуарлыҡ башланғыстарына ярҙам итәсәк ойошмаларҙы табыуға булышлыҡ итә.
– Башҡортостандың инвестиция порталы – эшҡыуарҙар һәм инвесторҙар өсөн универсаль мәғлүмәт майҙансығы. Порталда закондар нигеҙендә эшҡыуарлыҡҡа ярҙам итеү саралары һәм институттары тураһындағы көнүҙәк мәғлүмәт урынлаштырылған. Был уңайлы фильтр эшҡыуарға тап уның эшмәкәрлегенә тура килгән ярҙам сараһын (улар 100-гә яҡын) һайларға ярҙам итә, – тип белдергәйне республиканың дәүләт идараһының һанлы үҫеше министры урынбаҫары Динар Шәрәфетдинов.
Башҡортостанда дәүләт ярҙамы урындағы етештереүселәргә, шул иҫәптән үҙмәшғүл граждандарға ла күрһәтелә. Был иһә Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдары нигеҙендә барлыҡҡа килгән “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм эшҡыуарлыҡ башланғыстарына ярҙам итеү” милли проекты маҡсаттарын тормошҡа ашырырға ярҙам итә.
Шуны билдәләргә кәрәк, үҙмәшғүлдәргә микрофинанс ярҙамы төбәктә эшҡыуарлыҡ башланғыстарын дәртләндереү маҡсатында атҡарыла. Уларға ике йылға иҫәпләнгән 500 мең һумлыҡ заем алырлыҡ процент ставкалары менән тәҡдим ителә. Был яңы эш башлаған, кредит тарихы булмағандар өсөн отошло.
Investrb.ru порталында дәүләт ярҙамы саралары менән ентеклерәк танышырға мөмкин.
Әйткәндәй, эшҡыуарҙар һәм башҡалар өсөн бер яңылыҡ бар: 31 июлгә тиклем “Йыл һалым түләүсеһе” республика конкурсында ҡатнашыу өсөн ғаризалар һәм документтар ҡабул ителде. Конкурс, Башҡортостан Республикаһы Башлығы Указына ярашлы, һалым тәртибе юғары кимәлдә булған, бизнес менән асыҡтан-асыҡ шөғөлләнгән ойошмаларҙы асыҡлау һәм дәртләндереү маҡсатында үткәрелде.
Сарала ҙур ойошмалар, урта һәм бәләкәй эшҡыуарлыҡ субъекттары, шәхси эшҡыуарҙар ҡатнашты. Конкурс һалым түләүсенең төп эшмәкәрлек төрөнә ҡарап, 10 номинация буйынса ойошторолдо. Улар: ауыл һәм урман хужалығы, һунарсылыҡ, балыҡсылыҡ, файҙалы ҡаҙылмалар сығарыу, эшкәртеүсе производстволар, электр энергияһы, газ, пар менән тәьмин итеү, төҙөлөш, сауҙа, йөк ташыу һәм һаҡлау, һөнәри, ғилми һәм техник эшмәкәрлек, башҡа төрлө хеҙмәттәр күрһәтеү.
Айһылыу НИЗАМОВА.