Эшҡыуар
3 Август 2021, 06:11

Исламовтар кооператив ойоштора

Улар был башланғыс менән генә туҡталып ҡалырға йыйынмай.

Башҡортостанда ауыл хужалығы ҡулланыусылар кооперативын үҫтереү программаһы эшләй. Ауыл ерендә килемде арттырыу буйынса проект та уңышлы ғәмәлгә ашырыла. Ҡортлокүл ауылынан Илгиз Рәфис улы менән Шамил Илшат улы Исламовтар, ошо проектта ҡатнашып, “Ҡариҙел үләндәре” тигән кооператив ойоштора. Дәүләт тарафынан бирелгән грант егеттәргә ҙур ярҙам була.

 – Бөгөнгө баҙар иҡтисады шарттарын иҫәпкә алып, Шамил ҡустым менән уйланыҡ та, үҙебеҙҙең эште асырға ҡарар иттек. Эшҡыуарлыҡ йүнәлеше итеп дарыу үләндәре йыйып һатырға булдыҡ. Бының өсөн беҙҙә бөтә шарттар ҙа бар: экологик яҡтан таҙа районда йәшәйбеҙ, ауыл тирәләй – урмандар, яландар. Үләндәрҙе йыйыу, киптереү, һаҡлау технологияһын белеп, дөрөҫ эшкәртергә генә кәрәк, – тип эшҡыуарлыҡҡа яһаған тәүге аҙымдары тураһында һөйләне кооператив рәйесе Илгиз Рәфис улы.

Әлбиттә, тәүге аҙымдар еңел бирелмәй, ләкин ағалы-ҡустылы Илгиз менән Шамил Исламовтар ауырлыҡтарға бирешә торғандар­ҙан түгел, килеп тыуған проб­лемаларҙы хәл итеү юлдарын табып, маҡсаттарына ҡыйыу аҙым­дар менән бара. Илгиз Рәфис улының был өлкәлә аҙмы-күпме эш тәжрибәһе булыуы ла бик ярап ҡала. Ул крәҫтиән-фермер хужалығы асып, өс-дүрт йыл мал аҫраған була. Әҙер итте һатыу, техника алыу һәм башҡа шундай мәсьәләләрҙе яңғыҙың йырып сығыуы ауыр икәнлеген аңлай шул саҡта.

– Мин быға тиклем дә шифалы үләндәр йыя торғайным, тик күпләп түгел. Шыршы тубырсыҡ­тарын да бер нисә йыл рәттән йыйып тапшырҙым. Шуға күрә, аҙмы-күпме, был өлкәлә тәжрибә бар. Райондың мәғлүмәт-консультация үҙәгенән ауыл хужалығы кооперативын төҙөргә тәҡдим булғас, туғандар менән кәңәш­ләшеп ризалаштым. Республика­быҙҙың Ауыл хужалығы ми­нистрлығынан да ярҙам итеп торалар. Башҡортостанда ауыл хужалығы ҡулланыусылар кооперативын үҫтереү программаһы нигеҙендә ауыл ерендә килемде арттырыу проектында ҡатнашыу өсөн кәрәкле документтар йыйып тапшырҙыҡ. Тәүге этапты үтеп, кооператив булараҡ, икенсе этапта грант алыуға өлгәштек. Республика өс миллион һумға торошло кире ҡайтарылмай торған финанс ярҙамы күрһәтте. Ә беҙ, үҙ сиратыбыҙҙа, ошо сумманың туғыҙ процентын һалдыҡ. Ошо аҡсаға ҡуртымға элекке колхоз идараһы бинаһын алып, капиталь ремонт үткәрҙек, үлән киптереү өсөн махсус мейес, үләнде ваҡлау өсөн һәм башҡа ҡорамалдар һатып алдыҡ. Шулай итеп, шәхси ярҙамсы хужалыҡтар берләшеп, шифалы үләндәр йыйып, ошо сеймалды эшкәртеү менән шөғөлләнәбеҙ, – тип кооператив эшмәкәрлеге тураһында һөйләне Илгиз Рәфис улы.

Әҙер продукцияны рекламалау, һатып алыусыға тәҡдим итеү, сауҙаға сығарыу менән шөғөл­ләнгән Шамил Исламов та әңгәмәгә ҡушылды.

– “Ҡариҙел үләндәре”н ха­лыҡҡа танытыу өсөн даими эш алып барабыҙ. Төрлө сараларҙа, күргәҙмәләрҙә ҡатнашабыҙ, ба­ҙарҙарға сығабыҙ, эшҡыуарҙар менән бәйләнеш булдырабыҙ, ҡыҫҡаһы, үҙебеҙҙең продукцияны тәҡдим итәбеҙ. Кеше ҡыҙыҡһына, һораша. Әлегә тиклем бындай йүнәлештә эшләүсе булмағас, шикләнеберәк ҡараусылар ҙа бар. Беҙҙең бурыс – йәй һәм көҙ көндәрендә күберәк үлән һәм еләк-емеш йыйып киптереү. Ә ҡышын уларҙы әкренләп пакеттарға тултырып, һатыу мәсьәләһен хәл итәсәкбеҙ. Үҙ еребеҙ ҙә бар. Киләсәктә унда еләк, емеш ағасы үҫентеләре ултыртырға, ҙур һорау менән ҡулланған ҡайһы бер үләндәрҙе лә сәсеп үҫтерергә уйлайбыҙ. Халыҡ күберәк боланут (иван-чай), мәтрүшкә, ромашка, бөтнөк, мелисса һорай. Пландарыбыҙ бар, уларҙы тормошҡа ашырыу өсөн тырышырға, эшләргә, берҙәм булырға кәрәк, — тип пландары менән дә уртаҡлашты Шамил Илшат улы.

Бөгөн кооперативта 15 кеше эшләй. Берәүҙәр үлән йыя, икенселәр, сменалап мейес яғып, температура режимын күҙәтә, өсөнсөләр утын әҙерләй, кемдер кипкән үләнде ваҡлап, пакеттарға тултыра — һәр кем үҙ эше менән мәшғүл. Ең һыҙғанып, дәртләнеп эшкә тотонған Исламовтар был башланғыс  менән генә туҡталып ҡалырға йыйынмай. Илһөйәр, йүнсел егеттәр яҡын киләсәктә  эшҡыуарлыҡ эшен тағы ла бер нисә тармаҡ буйынса йәйелдереп ебәрергә ниәтләй. Заман менән бергә атлап, халыҡ һәм етәкселек менән уртаҡ тел таба белеүҙәре пландарын тормошҡа ашырырға этәргес булып тора. Тап шундай ҡыйыу, егәрле йүнселдәр ауылдың, райондың киләсәге, ышанысы ла инде.

 Наилә ИМАЕВА.

 Ҡариҙел районы.

Читайте нас