

Ҡарткиҫәк ауылынан Гүзәл Ғәйнуллина өсөн тегеү – килем сығанағы ғына түгел, күңел талабы ла.
– Тегенергә оҫта ҡуллы өләсәйемдәрҙән өйрәндем. Бала саҡтан тегенсе булыу, тегеү цехы асыу тураһында хыяллана инем. Мәктәпте тамамлағас, тәүҙә Ҡазанда лицейҙа уҡып тегеү серҙәрен үҙләштерҙем. Шул саҡта уҡ үҙемә кейем тегеп кейә инем инде. Әхирәттәрем, матур күлдәктәремде күреп, заказ бирә торғайны. Шулай әкренләп тегеү менән ныҡлап шөғөлләнә башланым. Һуңыраҡ ауылдаштарым да кейем тегеүгә, ремонтҡа заказдар бирҙе. Бына, ниһайәт, хыялдарым тормошҡа ашты, – тип ҡыуанысы менән уртаҡлашты Гүзәл Ғилемхан ҡыҙы.
Бөгөн цехта Гүзәл Ғилемхан ҡыҙының үҙе һымаҡ оҫта тегеүсе Роза апай Хамматова эшләй. Ул күп йылдар Ҡаҙағстанда тегеүсе булған. Ауылға ҡайтҡас, эш булмағанлыҡтан, өйҙә ултырырға тура килгән. Цех асылыуға ул ныҡ ҡыуана. Үҙҙәренә ярҙамға районыбыҙҙағы Башҡортостан ауыл хужалығы һөнәрселек колледжында тегенсе һөнәренә эйә булған Рәзилә Ғарифуллинаны ла алғандар.
Гүзәл Ғәйнуллина буш торған бинаны ремонтлап сығыуҙа ҙур ярҙам иткән атаһы Ғилемхан Ниғәмәтйәновҡа бик рәхмәтле. Тиҙ арала бергәләп ҙур эш башҡарғандар: электр үткәргестәрҙе алмаштырғандар, буяғандар, йылытҡандар. Хәҙер эш урыны яҡты, матур, иркен, йылы. Бина утын менән йылытыла. Шуға Гүзәл үҙе тегенселәр килгәнгә ҡәҙәр иртә менән мейес яға, йылыта. Газ үткәрелһә, эш күпкә еңеләйер ине, ти ул.
Яңы ғына эш башлауҙарына ҡарамаҫтан, тегенселәр бик күпте өлгөргән. Төрлө үлсәүҙәге һәм төҫтәге 400-гә яҡын футболка, туникалар тегеп, әҙерләп ҡуйғандар. Был махсус заказ Өфө ҡалаһына оҙатыласаҡ. Нигеҙҙә, барлыҡ продукция күмәртәләп һатып алыусыларға ебәрелә. Эшҡыуарҙың маҡсаты – киләсәктә тауар ассортиментын арттырып, Асҡында үҙ кибетен асыу. Гүзәл Ғәйнуллина киләсәктә балалар өсөн мәктәп, спорт кейеме тегергә лә уйлай. “Балаларыма әйберҙе үҙем тегеп кейҙерәм”, – ти өс бала әсәһе.
Әйткәндәй, Гүзәл Ғәйнуллина ауылдағы “Серҙәштәр” фольклор ансамбленә йөрөгән апайҙарға һәм ағинәйҙәргә лә матур итеп милли күлдәктәр тегеп биргән.
Яҡты уйҙар, аныҡ маҡсаттар менән эш башлаған Гүзәл Ғилемхан ҡыҙына уңыштар теләйбеҙ.
- Наилә ИМАЕВА.
Ҡариҙел районы.