

Яңыраҡ Өфө ҡалаһында үткән Ҡымыҙ байрамында Әбйәлил районының Ҡаҙмаш ауылы эшҡыуары Айтуған Фәттәховтың ҡымыҙы иң яҡшыһы тип танылды. Йүнсел егеткә еңеүсе таҫмаһы тағылды һәм ҡиммәтле приз тапшырылды.
Эшҡыуарға ни бары 25 йәш, шулай ҙа уның 800-гә яҡын башҡорт тоҡомло аты бар. Агротуризм йүнәлешендә лә эш башлаған Айтуған, өҫтәүенә, йылҡы ите етештереү буйынса цех асырға йыйына.
Атаһы Илһам һәм әсәһе Шәүрә бынан егерме йыл элек өс баш йылҡынан башлаған эштәрен әле улдарының дауам итеүенә бик ҡыуана. Бәләкәйҙән аттар яратҡан егет, әрменән ҡайтҡас, күп уйлап тормай, йылҡысылыҡҡа ихлас тотонған.
Әйткәндәй, төбәктә Айтуған Фәттәхов етештергән ҡымыҙҙы бик теләп һатып алалар. Йәш эшҡыуарға артабан да уңыштар юлдаш булһын!
Фото: Айтуған Фәттәховтың сәхифәһенән.