

Бөгөн Баймаҡ ҡалаһының Салауат Юлаев исемендәге мәҙәниәт һәм ял паркы гөрләп торҙо: бында ауыл хужалығы йәрминкәләре үтте. Ике яҡ өсөн дә отошло булған сауҙала үҙ тауарын тәҡдим итеүселәр ҙә, уны һатып алыусылар ҙа күп булды.
Әйтергә кәрәк, ауыл хужалығы продукцияһын етештереүселәргә бындай майҙансыҡтар бик ҡулай һәм отошло. Һатыуға икмәк, икмәк-ҡалас, кондитер ризыҡтары, һөт ризыҡтары, ит, емеш-еләк, йәшелсә, бал сығарыла. Аҙыҡ-түлектең сифатлы һәм үҙҙәрендә етештерелеүе, тәмле һәм татлы булыуы ла һатып алыусыларҙы үҙенә йәлеп итә. Мәҫәлән, күптәр бал һатыуға сығарһа, кемдер ит һәм һөт ризыҡтарын алып сыҡҡан. Бигерәктә шәхси эшҡыуар Зилә Исхаҡованың үҙе үҫтергән кәбеҫтәләре, Фирҙәүез Хәлимов крәҫтиән (фермер) хужалығы етештергән ит ярымфабрикаттары ҙур ихтыяж менән файҙаланылды.
Кискә район халҡына һәм ҡала ҡунаҡтарына бай йөкмәткеле концерт программаһы тәҡдим ителде. Көндөң бер аҙ һыуытып тороуы ла баймаҡтарҙы ҡурҡытманы: улар үҙҙәренең яратҡан артистарын - Рәил Өмөтбаев, Рөстәм Ғиззәтуллин һәм Зәйнетдиндың сығыштарын рәхәтләнеп ҡараны, улар менән бергә йырланы һәм бейене.
Ауыл хужалығы йәрминкәләре артабан да дауам ителәсәк.
Автор фотоһы.