Эшҡыуар
8 Сентябрь 2021, 12:45

“Ҡайнар”ҙың ҡәһүәһен күптәр ярта

Урындағы эшҡыуар Айҙар Рәзиф улы тап ошондай ярҙамдан файҙаланған.

“Ҡайнар”ҙың ҡәһүәһен күптәр ярта“Ҡайнар”ҙың ҡәһүәһен күптәр ярта
“Ҡайнар”ҙың ҡәһүәһен күптәр ярта

Ҡәһүә күптәрҙең яратҡан эсемлегенә әүерелә. Шуғалыр ҙа ҡәһүәханалар күпләп асыла – бәләкәй эшҡыуарлыҡ ошо тенденцияны тойоп, ҡәһүәханалар асыуға әүҙем аҡса йүнәлтә. Әйткәндәй, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Бәләкәй һәм урта бизнес һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проекты быға ярҙам итә.

Борай районы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, урындағы эшҡыуар Айҙар Рәзиф улы тап ошондай ярҙамдан файҙаланған. Ул эшмәкәрлеген 2007 йылда “Автомаркет” магазины асыуҙан башлай. Бер аҙ ваҡыт үтеүгә бизнесы әүҙем үҫеш ала, яңы эш урындары барлыҡҡа килә, автосервис, ә былтыр иһә “Ҡайнар” ҡәһүәханаһы асыла. Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡҡа ярҙам буйынса муниципаль программала ҡатнашып, ҡуртымға һәм коммуналь хеҙмәттәргә сығымдың бер өлөшөн ҡаплауға финанс ярҙамы ала.

“Беҙҙең ҡәһүәханала йәштәр ҙә, өлкәндәр ҙә, тотош ғаиләләр ҙә рәхәтләнеп ял итә. Ҡәһүәнән тыш, бында башҡа ризыҡтар ҙа һатыла. Ассортимент төрлө булғанға күрә, ҡәһүәхананан кеше өҙөлмәй”, – ти йүнсел.

 

#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

 

Фото: https://www.1zoom.ru/

Сығанаҡ: https://srk.nationalpriority.ru/press_releases/148514

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас