Эшҡыуар
10 Сентябрь 2021, 07:55

Ҡариҙел йүнселдәрен туплаған урын

Коворкинг үҙәгенең уңайлыҡтарын баһалап өлгөргәндәр.

Күптәр Коворкинг үҙәгенең мөмкинлектәрен, был йүнәлештең үҙенсәлектәрен белеп тә бөтмәйҙер.

Ә бына Ҡариҙел халҡы үҙәктең кәрәклеген, файҙаһын баһалап өлгөргән дә инде. Районда эшләгән эшҡыуарҙар һәм үҙ эшен башларға йыйынғандар өсөн уның файҙаһы ҙур. Хатта оҙайлы пандемия осоронда ла был үҙәк буш тормай, киреһенсә, эшһеҙ ҡалған эшҡыуарҙарға бирешмәй, артабан үҫешеү мөмкинлеген бирә.

 Район үҙәгендә урынлашҡан Коворкинг үҙәген Рәдис Ғәлиханов асып ебәрә. Төбәктә уны алдынғы ҡарашлы, әүҙем һәм уйлап эш иткән кеше булараҡ беләләр. Бының ысы­нында шулай икәненә тәүге осрашыуҙан инанаһың. Рәдис үҙе электр техникаһы һатыу һәм уны хеҙмәтләндереү менән шөғөлләнә.

– Техника алған кешеләр, ғәҙәттә, үҙ эше менән әүҙем шөғөлләнгән эшҡыуарҙар, урман эше менән булышҡан кешеләр. Улар беҙгә килгән арала үҙҙәрен борсоған проблемалар тураһында һөйләй, юрист табышыу, документтар юллау мәсьәләһен күтәрә. Ошо һөйләшеүҙәрҙән һуң яһаған һығымтам шундай булды: уларҙы бер урында йыйып, уңайлы шарттар булдырыр кәрәк, – ти Рәдис Ғәлиханов.

Оҙаҡ уйлап, һуҙып йөрөй торған кеше түгел Рәдис. Үҙенең магазинының икенсе ҡатын төҙөкләндерә лә, шунда коворкинг үҙәген асып та ебәрә. Бер нисә бүлмәлә хә­ҙер эшҡыуарҙарға бөтә уңайлыҡтар бул­ды­рылған: һөйләшеүҙәр, лекциялар алып барыу өсөн бүлмә бар. Икенсе бүлмәне декларациялар, отчеттар төҙөү фирмаһы биләй. Ҡа­тын-ҡыҙҙар өсөн матурлыҡ салоны ла эшләй. Тағы бер бүлмәлә иһә пандемия ваҡытында әһәмиәте артҡан тегеү цехы урынлашҡан.

– Тегеү цехы пандемия ваҡытында үҙен һәйбәт яҡтан күрһәтте. Тәүҙә беҙ махсус кейемдәр тегеү менән шөғөлләнә инек. Ашнаҡсылар, медицина хеҙмәткәрҙәре, водителдәр, урман хужалығында эшләгән кешеләргә һәм башҡаларға махсус кейем тегеп бирә инек. Эшҡыуар заявка бирә, теләктәрен әйтә, беҙ уның хеҙмәткәрҙәрен бер төрлө итеп кейендереп тә ҡуябыҙ, – тип һөйләй Рәдис.

Ысынлап та, кейем өлгөләре кибеттән алынғандан бер ҙә айырылмай, хатта күпкә сифатлыраҡ та. Мәҫәлән, урман хужалы­ғында эшләгән кешеләр өсөн костюмдарға юғары сифатлы тауар алынған, махсус еңдәр төрлө бөжәктәрҙең, айырыуса талпандың, костюм аҫтына инеп китеү ихтималлығынан һаҡлай.

– Эпидемия башланғас, районда медицина битлектәре табып булмай ине. Район хакимиәте һорауы буйынса уларҙы тегә башланыҡ. Көн һайын 700 дана тегеп, ойошмаларға тарата инек. Уларҙы хатта Ырымбур, Екатеринбург өлкәләренән һатып алдылар. Был мәлдә иң ҡыйыны битлек өсөн тауар һәм резинкалар табыу булды. Эпидемия ваҡытында 20 меңдән ашыу битлек тегелде. Иң мөһиме – тәжрибә тупланыҡ. Беҙ кәрәк саҡта булдырабыҙ икәнлеген иҫбатланыҡ. Хәҙер киҙеүгә ҡаршы медицина костюмдары тегергә тотонмаҡсыбыҙ, – ти Рәдис.

“Кил дә, эшлә!” Коворкинг үҙәгенең девизына оҡшаған был һүҙҙәр. Хәйер, Рәдис Ғәлихановтың тормош девизылыр ул.

Коворкинг үҙәгендә IT зона эшләнгән. Өс компьютер һәм интернет селтәренә сығыу мөмкинлеге бар. Үҙ ноутбугың менән килеп эшләргә лә була. Мәҫәлән, ауылда интернет селтәрен өҙҙөләр икән, ти. Район үҙәгенә килеп, бында курс эшен, дипломды яҙып бөтөрөргә, бер ыңғай баҫтырып алыу, кәрәк икән, уны төҫлө итеү мөмкинлеге бар.

Кәңәшмә, осрашыу үткәрергә теләге булғандар ҙа бында килә ала. Ҡунаҡтарыңа сәй эсереп, ҡапҡылап алыу урыны ла бар. Телевизор, яҙыу һәм слайдтар элеү өсөн махсус таҡта ла ҡуйылған. 25 кешенән торған төркөм рәхәтләнеп кәңәшмә үткәрә ала.

– Инглиз телен өйрәнгәндәр конференц-залдан йыш файҙалана. Бүлмәне оҙайлы ваҡытҡа ҡуртымға алырға теләһәгеҙ, осһоҙораҡ та килеп сыға әле, шуға күрә үҙәккә мөрәжәғәт итеүселәр байтаҡ, – ти эшҡыуар.

Ысынлап та, һәр яҡтан уңайлы үҙәктең киләсәге бар. Рәдис Ғәлиханов яңы эш башларға йыйынған кешеләргә лә ҙур ярҙам күрһәтә. Ниндәй йүнәлеш отошлораҡ һәм ҡасандан килем ала башлаясаҡһың, гранттар юллау, ташламаларҙан файҙаланыу, документтар тултырыу һәм башҡа мәсьәләләр менән мөрәжәғәт итергә була бында.

- Лилиә НУРЕТДИНОВА.

Ҡариҙел районы.

Читайте нас