

Халҡыбыҙҙың милли эсемлеге ҡымыҙ үҙенең шифаһы – бик күп сирҙе дауалауы, тәнгә сихәт, йәнгә рәхәт биреүе, һыуһынды ҡандыра алыуы менән ата-бабаларыбыҙҙың яратҡан эсемлегенә әүерелгән. Иң хөрмәтле ҡунаҡтарҙы ҡымыҙ менән ҡаршылар булғандар.
Батырҙар эсемлеге бөгөн дә ҙур ихтыяж менән файҙалана. Һуңғы йылдарҙа ауыл ерендә йәшәгәндәр ҡымыҙ етештереү менән етди шөғөлләнә. Әбйәлил районында йылҡысылыҡ тармағы йылдам үҫешә, башҡорт тоҡомло аттар аҫрала, шәхси хужалыҡтарҙа мал һаны йылдам арта бара.
Эшҡыуар маһая ала
Йылҡысылыҡ тармағында үҙ эшен асып, байтаҡ йылдар ҡымыҙ етештереү менән етди шөғөлләнгән фермерҙарҙың береһе Рөстәм Мәхийәновтың ҡымыҙ йәйләүендә етештергән батырҙар эсемлеген район халҡы ғына түгел, ситтә йәшәгәндәр ҙә яҡшы белә. “Иң тәмле, сифатлы ҡымыҙ Мәхийәновтыҡы!” тигән данлы һүҙ ҙә таралған был тарафтарҙа. Тимәк, эшҡыуар ҡымыҙ етештереүҙәге бар талаптарҙы теүәл үтәй.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һуңғы ваҡытта ҡымыҙ эсемлеген һатырға маташыусылар күбәйҙе. Бынан бер нисә йыл элек Баймаҡ–Сибай юлында һатып ултырыусыларҙан бейә ҡымыҙы тип бөтөнләй кәзә ҡымыҙы алырға тура килһә, әле Сибай ҡалаһында бер нисә нөктәлә һатылған ҡымыҙға һыу ҡушылыуы, уның хатта өҫкә күтәрелеп ултырыуына, тәменең бөтөнләй юҡлығына шаһит булырға тура килде.
Ә бит ваҡытында был фермерҙың да продукцияһының сифаты яҡшы ине. Кем белә, бәлки, һатыусыларында ла ғәйеп барҙыр, уныһын әйтә алмайым, әммә ҡыҙыҡ күреп, ҡала буйлап үҙемсә бар нөктәләрҙе лә һынап ҡарайым тигән уй менән йөрөп сыҡтым. Ҡымыҙ һатҡан бер урындағы һатыусы апайҙың бөгөнгө ҡымыҙҙың әсе булыуын билдәләүе, һатып алмаҫҡа кәңәш биреүе һоҡландырҙы. “Кисәге ҡымыҙ һатылып бөтмәне, шуға күрә уға бер аҙ ғына һыу өҫтәнеләр. Ҡымыҙ ҡырҡыу, алмай тороғоҙ”, – тине ул, сөсө ҡымыҙ һорағас. Шуға күрә райондарға командировкаға сыҡҡанда, үҙ эшенә яуаплы ҡараған эшҡыуарҙарҙы эҙләп, улар менән осрашырға тырышам.
“Йылҡы ҡарау еңелдән түгел...” – тип һүҙ башланы әңгәмәсем. “Бөгөн бигерәк тә”, – тип өҫтәп тә ҡуйҙы.
Ысынлап та, ат тотоусыларға ҡарата һуңғы ваҡытта талаптар етдиләнә бара. Мал көтөү, уларға көтөүселәр беркетеп, тейешле урындарҙа ғына йөрөтөү кеүек мәсьәләләрҙе күп осраҡта уларҙың хужалары инҡар итә һәм төрлө күңелһеҙ ваҡиғаларға осрай.
Улар араһында үҙ шөғөлөнә етди иғтибар иткән, ҡуртымға алған сабынлыҡ һәм көтөүлектәрҙә йылҡыларын йәйрәткән, ҡолондарын көткән, һәр малына билдә ҡуйған, уларҙы иҫәпкә алып, өйөрҙәренә көтөүсе беркеткән йүнселдәр ҙә байтаҡ. Әммә күптәре аттарын иркенлеккә ебәрә, ҡышын тибенлектә йөрөтә. Тап шундай яуапһыҙ хужаларҙың малы юлдарҙа авария яһауға сәбәпсе була. Хәйер, быныһы – икенсе мәсьәлә.
– 2008 йылда “Алтын” ҡушаматлы бер бейәнән башланған шөғөл бөгөн ярайһы уҡ үҫеште, – тип һүҙен дауам итте йылҡысылыҡ тармағын үҙ иткән Рөстәм Рәфҡәт улы. Артабан 12 бейә һатып алдыҡ, яйлап ҡолондарҙы ишәйттек. 2011 йылда Ирәндек тауы итәгендә, йәмле Ҡыҙылъяр буйында, ҡымыҙ етештереү йәйләүе булдырҙыҡ. Бейәләрҙе һауыу өсөн махсус урындар, ялан кәртә эшләнек, йорт ултырттыҡ. Тәүҙәрәк бейәләр ҡул менән һауылһа, хәҙер уларҙы махсус аппараттар менән генә һауып алалар. Сит илдә етештерелгән һауын ҡорамалы ҡымыҙ оҫталарының эшен күпкә еңеләйтте.
Алдан әйткән һүҙҙәремә ҡеүәт өҫтәп, уның һуңғы һүҙҙәре менән дә килешмәү мөмкин түгел, сөнки бейә һауыуҙы ла, ҡымыҙ етештереү эшен дә заман талаптарына яраҡлаштырыуға өлгәшкән эшҡыуар үҙе етештергән милли ризыҡ менән ысын күңелдән маһая ала.
Миҙгелле кәсеп
Хужалыҡта бөгөн 300 баш йылҡы малы иҫәпләнә, шуның 80-е – һауын бейәһе. Улар өс төркөмгә бүленгән, һәр өйөрҙөң үҙ айғыры. Ҡолондар айырым көтөлә, инәләренән айырым ҡурала тотола. Баштараҡ йәш ҡолондар ныҡ йонсоп китмәһен өсөн бейәләр алмашлап һауыла, йәғни бер һауғанда бер өйөр килтерелә, шунан – икенселәре. Быйыл үләндең шыйыҡ булыуы күҙәтелә, ямғыр яумағас, көтөү-болонлоҡтарҙа ла улар күптән ҡатып, һарғайып бөткән.
Ҡымыҙ етештереү шөғөлө – миҙгелле кәсеп, шуға күрә эшҡыуар йылҡыһын итләтә һатыу менән дә шөғөлләнә. Көҙ үк һатыуға тип тәғәйенләнгән аттар, тай-ҡолондар махсус рәүештә ашатыла. Күп осраҡта йылҡы итен һорап килеүселәр шәхсән тәғәйен малды билдәләп китә йәиһә күмәртәләп һатып алыуҙы килешә. Ауыл продукцияһына ихтыяж көндән-көн артҡан ваҡытта күптәр хәләл, сифатлы һәм таҙа ризыҡҡа өҫтөнлөк бирә, шуға күрә был тәңгәлдә проблема бөтөнләй юҡ.
Әйткәндәй, эшҡыуар ҡымыҙ бешеү оҫталары һәм йылҡы көтөүселәренән дә уңған. Тәүге көндәрҙән үк ҡымыҙ бешеү оҫталары (улар үҙҙәре үк бейәләрҙе лә һауа) Вәлимә Динмөхәмәтова менән Һәҙиә Дауытова эшенә яуаплы ҡарай. Улар тиҙ арала көнөнә өс тапҡыр бейәләрҙе һауа. Бер ыңғай яҡынса 200-250 литр һөт сыға. Бейәләр бер-бер артлы махсус урындарға индерелә, улар үҙҙәре лә өйрәнеп бөткән. Хатта инәлтмәй генә, баштарын юғары тотоп, көтөүсе Даян Факиев һәм Әсфәндиәр Әхмәҙиевте тыңлап ҡына, кәртәгә инергә ашҡынып торалар.
– Ҡымыҙҙың тәме – бейә һөтөнөң ҡуйылығында. Шулай уҡ уны һәр ваҡыт бешеп торорға кәрәк, бешкән һайын тәмләнә, – тип сере менән уртаҡлашырға ла өлгөрҙө уңған ҡатындар бейә һауған арала.
Артабан һөт бидондарға бушатыла. Махсус эткес ҡоролма ярҙамында Даян Факиев уларҙы ҡымыҙ бешеү йортона алып бара. Ә был йортта ҡымыҙ етештереү өсөн махсус ҡорамал урын алған. Рөстәм Мәхийәнов белдереүенсә, сыр яһау ҡорамалынан уны ҡымыҙ бешеүгә көйләп алған. Был аппарат продукцияның сифатын яҡшыртып ҡына ҡалмай, уны даими рәүештә санитария талаптарына яуап бирерлек итеп етештерә.
Бар урында таҙалыҡ күҙгә ташлана, һатыуға сығарыу өсөн ҡымыҙ махсус пластик һауыттарға тултырыла. Теләүселәргә айырым көбөлә ерек ағасы менән ыҫлап бешелә. Бындай ҡымыҙҙы алдан заказ биреүселәргә генә әҙерләйҙәр.
Бөгөн халыҡ араһында ябай ысул менән етештерелгән ҡымыҙға ихтыяж ҙур. Коронавирус пандемияһы осоронда шифалы эсемлекте һораусылар бермә-бер артҡан. Эшҡыуар аҙнаһына ике тапҡыр Өфө ҡалаһына продукция оҙата, шулай уҡ урындан һатып алыусыларға ла һатыла. Магнитогорск ҡалаһында ла үҙенең сауҙа нөктәләре бар.
Рауил ауылы һылыуы Зилә Сабитова йәй бер аҙ аҡса эшләп алыу маҡсатында Ҡыҙылъяр йәйләүенә ҡымыҙ бешкән ҡорамалда эшләргә теләк белдергән. Әйткәндәй, уға бик яуаплы эш – клиенттарға ҡымыҙ һатыу бурысы ла йөкмәтелгән. Юлығыҙ Әбйәлил тарафтарынан үтә икән, йәмле Ирәндек буйында ултырған Ҡыҙылъяр йәйләүенә туҡталып, бер аҙ ял итеп, шифалы башҡорт эсемлеге менән һыуһынығыҙҙы ҡандырып алырға онотмағыҙ. Ул сағында иң тәмле һәм шифалы ҡымыҙ, ысынлап та, Әбйәлилдә, тик Рөстәм Мәхийәновтыҡы булыуына инанырһығыҙ.
* * *
Башҡорт халҡы ҡымыҙы менән хаҡлы рәүештә ғорурланып, уны үҙ бренды итһен өсөн йылҡысылыҡта эшләгән фермерҙарға дәүләт яғынан ярҙам да кәрәк, бигерәк тә атты көтөү буйынса закондарҙың индерелеүе мотлаҡ. Үҙ малын көтөргә теләмәгән хужалар яуаплылыҡҡа тарттырылырға тейеш, сөнки улар өсөн күп осраҡта башҡаларға йөҙ ҡыҙартырға тура килә.
Нисек кенә булмаһын, Урал аръяғы – йылҡысылыҡ өсөн иң уңайлы төбәктәрҙең береһе. Күп халыҡ ат көтөп ҡымыҙ бешеп, итен һатып, шуның иҫәбенә йәшәй, донъя көтә, балалар үҫтерә. Киләсәктә башҡорт атының данын һәм ҡотон һаҡлап ҡалабыҙ тиһәк, тап ошо төбәктәге аттарҙың тоҡомон арттырыу кәрәк.
- Кәримә УСМАНОВА.
Әбйәлил районы.