Башҡортостан
+14 °С
Облачно
VKOKРУС
Бөтә яңылыҡтар
Эшҡыуар
14 Сентябрь , 21:45

Алға ынтылаһы урын бар

Бизнес-омбудсмен төбәктә эшҡыуарлыҡты яҡлауға арналған сараларҙа ҡатнашты.

Алға ынтылаһы урын бар

Бөгөн Башҡортостанға эш сәфәре менән Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Эшҡыуарҙар хоҡуғын яҡлау буйынса вәкил Борис Титов килде. Бизнес-омбудсмен төбәктә йүнселлекте яҡлауға арналған сараларҙа ҡатнашты.

Айырым алғанда, бизнесҡа административ баҫым индексы күрһәткестәрен анализлауға арналған кәңәшмә үткәрелде. Столыпин исемендәге Үҫеш иҡтисады институты менән берлектә тап омбудсмен йыл һайын ошо индексты төҙөй. Унда илдең бар төбәктәре һәм ҡайһы бер федераль власть органдары мәғлүмәттәре тикшерелә.

Кәңәшмәлә Хөкүмәт Премьер-министры Андрей Назаров, Прокуратура вәкилдәре, контроль һәм күҙәтеү буйынса территориаль органдар һәм республиканың бизнес-берекмәләре ҡатнашты.

"Башҡортостанда беҙ өсөнсө йыл эшлекле мөхитте яҡшыртыу һәм бизнесҡа административ баҫымды кәметеү менән шөғөлләнәбеҙ. Был - күп яҡлы хеҙмәт, ул республикала бер нисә йүнәлеш буйынса тормошҡа ашырыла. Йүнселдәр өсөн иң мөһим һәм көнүҙәк тема – контроль-күҙәтеү эшмәкәрлеген оптималләштереү, – тине Андрей Назаров. – Беҙҙең республика бизнесҡа административ баҫымды кәметеү буйынса алдынғы ун төбәккә инә. Уҙған йыл йомғаҡтары буйынса 11-се урындан 9-сыға төштөк. Ә 2019 йылда 38-се инек. Башҡортостандың был рейтингта тәүге өсәү иҫәбенә инеү өсөн ҙур мөмкинлектәре бар".

Борис Титов белдереүенсә, республика эшҡыуарлыҡ алып барыу өсөн уңайлы һәм хәүефһеҙ төбәктәрҙең береһе булып тора. Уның административ баҫым индексында йылдан-йыл күтәрелеүе лә ошо турала һөйләй.

Башҡортостанда Эшҡыуарҙар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса вәкил Флүр Әсәҙуллин индекстың төп күрһәткестәрен тәҡдим итте. Унда ҡатнашҡан республика ведомстволарының ҡайһы берҙәре үҙ күрһәткестәрен яҡшыртҡан. Мәҫәлән, "Ространснадзор". Иң насар күрһәткестәр иһә - "Росздравнадзор", "Ростехнадзор" һәм "Росприроднадзор"ҙа.

"Әгәр был органдарҙың рейтингы яҡшыраҡ булһа, Башҡортостан ил буйынса тәүге өс төбәк иҫәбенә инер ине. Тик беҙҙең өсөн урын мөһим түгел, республикала эшлекле мөхит яҡшыра икән – шул ҡәҙерлерәк", – тине Флүр Әсәҙуллин.

Кәңәшмәлә индекста ҡатнашҡан барлыҡ органдар вәкилдәре сығыш яһаны. Улар тәҡдимдәрен әйтте, тәжрибә уртаҡлашты.

Фото: Башҡортостан Хөкүмәте.

Автор:Альфия Мингалиева