Башҡортостан
+14 °С
Облачно
VKOKРУС
Бөтә яңылыҡтар
Эшҡыуар
14 Сентябрь , 19:45

Башҡортостандан өлгө алалар

Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Рәсәй Президенты ҡарамағындағы эшҡыуарҙар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса вәкил Борис Титов менән осрашты.

Башҡортостандан өлгө алалар

Бөгөн Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Рәсәй Президенты ҡарамағындағы эшҡыуарҙар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса вәкил Борис Титов менән осрашты. Улар төбәктә бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡҡа ярҙам итеү, тармаҡты үҫтереү мәсьәләләрен ҡараны.

Осрашыуҙа шулай уҡ Хөкүмәт Премьер-министры Андрей Назаров, Эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитеты рәйесе Нияз Фазылов, Башҡортостанда эшҡыуарҙар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса вәкил Флүр Әсәҙуллин ҡатнашты.

Радий Хәбиров уҙған йыл йомғаҡтары буйынса республиканың бизнесҡа административ баҫым кимәле аҙ булған иң яҡшы ун төбәк иҫәбенә ингәне тураһында әйтте, беҙ 11-се урындан туғыҙынсыға күтәрелдек.

– Башҡортостанда ғәҙел бизнесҡа уңайлы булһын өсөн күп эш башҡарабыҙ. Йүнселдәр йәмәғәтселеге менән дә тығыҙ хеҙмәттәшлек итәбеҙ. Даими рәүештә инвестиция, эшҡыуарлыҡ сәғәттәре үткәрәбеҙ, эшлекле берекмәләр менән осрашабыҙ. Республикала власть асыҡ, йүнселдәр быны тоя, – тине Радий Хәбиров. – Уҙған йыл коронавирус пандемияһы сәбәпле бизнес өсөн ауыр булды. Эшҡыуарҙарға булышлыҡ ҡылыу, төбәк иҡтисады тотороҡлолоғон тәьмин итеү маҡсатында өс пакет ярҙам саралары ҡабул иттек. Федераль кимәлдә индерелгән планлы тикшереүҙәргә мораторий иғлан итеү ҙә һәйбәт роль уйнаны. Һәм беҙ Владимир Путиндың 2022 йылға тиклем бәләкәй бизнесты тикшереү тыйыла тигән ҡарарын хуплайбыҙ. Эшҡыуарҙар өсөн артабан да уңайлы, хәүефһеҙ шарттар булдырасаҡбыҙ.

Борис Титов Радий Хәбировты юғары дәүләт наградаһы – Александр Невский ордены менән ҡотланы. Уның һүҙҙәренсә, Рәсәй Президенты Владимир Путин был награда тураһында ҡарар ҡабул иткән саҡта етәксенең республикала эшҡыуарлыҡты үҫтереүгә ҙур хеҙмәт һалыуын да күҙ уңында тотҡандыр.

– Башҡортостанды бизнес үҫешен дәртләндергән биләмә тиһәң дә була. Беҙ һеҙҙең еңел булмаған пандемия шарттарында булғанын һаҡлау һәм хатта арттырыу өсөн күпме көс һалғанығыҙҙы күрәбеҙ, – тине Борис Титов. – Бында эшҡыуарлыҡты үҫтереү өсөн күп программа тормошҡа ашырылыуын беләбеҙ. Республикала иң һөҙөмтәле омбудсмендарҙың береһе эшләй. Бында үҫеш институттары, индустриаль парктар, ТОСЭР-ҙар, “Алға” махсус иҡтисади биләмәһе, илдә иң яҡшыларҙың береһе булған Стратегик эшләнмәләр үҙәге бар. Федераль кимәлдә эште көйләү өсөн Башҡортостандағы тәжрибәгә ҡарап үҙебеҙҙең программаларҙы үҙгәртәбеҙ.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.

Автор:Альфия Мингалиева