

20 – 24 октябрҙә Екатеринбург ҡалаһында Бөтә Рәсәй “Иван-да-Марья” халыҡ-һынлы сәнғәт кәсептәре һәм һөнәрҙәре оҫталарының фестивале үткәрелә.
Сарала “Башҡортостан Республикаһының бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ үҫеше буйынса агентлығы” автономиялы коммерцияға ҡарамаған ойошмаһы республиканың халыҡ-һынлы сәнғәт кәсептәре өлгөләренең күргәҙмәһен ойоштора.
Коллектив стендта конкурс һайлауын үткән, халыҡ-һынлы сәнғәт кәсептәре тармағындағы һәм Башҡортостанда теркәлгән бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары ҡатнаша ала. Яңы эш башлаған эшҡыуарҙарға Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы нигеҙендә барлыҡҡа килгән “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм эшҡыуарлыҡ башланғыстарына булышлыҡ итеү” милли проекты нигеҙендә ярҙам күрһәтелә.
Күргәҙмәлә ҡатнашыу өсөн ғаризалар 14 – 17 сентябрҙә https://bvk-plus.timepad.ru/event/1768553/ һылтанмаһы йәки nhp-rb@mail.ru электрон почтаһы буйынса ҡабул ителә. Ҡатнашыу тураһындағы һорауҙар менән 7 (987) 04-00-621 телефонына (Евгения Сафина) мөрәжәғәт итергә мөмкин.
Бәйләнеш өсөн телефон: +7 (347)224-99-99, өҫтәмә тел.: 301 (Татьяна Сайгина).
- Айһылыу НИЗАМОВА.